Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
2 Июля , 06:16

Бүләктәрҙе кем отто?

2026 йылдың 2-се яртыһына  уҡыусыларыбыҙ баҫмабыҙға ихлас яҙылды.

Бүләктәрҙе кем отто?Бүләктәрҙе кем отто?
Бүләктәрҙе кем отто?

2026 йылдың 2-се яртыһына  уҡыусыларыбыҙ баҫмабыҙға ихлас яҙылды. Ошо ҡыҙыу осорҙа беҙгә ярҙам иткән, хеҙмәттәшлекте өҙмәгән дуҫтарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙән йәмғеһе 106 квитанция алдыҡ.

Шулай итеп, электр ваҡлағысты Благовещенка ауылынан  Баязитова Альбина отто. Төймәле кәрәҙле телефон  — Тәүәкәстән Зәһиҙуллина Тәнзилә, электрон үлсәгес – Архангелдән Вәхитова Рита, фен — Зәйеттән Хажиәхмәтов Венер, электр теш щеткаһы – Архангелдән Хәмзина Нәйлә, фонарь – Сафаров Динар (район мәғлүмәт-консультация үҙәге), ҡоймаҡ табаһы  Сикйылға ауылынан  Ғәзизова Нәсимә өлөшөнә төштө. Бүләк отоусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм уларҙың беҙҙең менән бәйләнешкә сығыуын көтөп ҡалабыҙ. Бүләктәр артынан килгәндә,  паспортығыҙҙы алырға онотмағыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уйнатылған приздар редакцияла ике ай һаҡлана, шуға күрә оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.

 “Инйәр” гәзитенең һанын һәм данын арттырайыҡ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Мөхәрририәт.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас