

Республикала һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндә асылды. Районда һыу инеү урындары 8 июнгә әҙер буласаҡ. Беҙҙең муниципалитетта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығында декларацияланған дүрт рәсми һыу инеү урындары эшләйәсәк: Архангел ауылында — Аҫҡын, Казанка, Абҙанда Инйәр йылғаһы буйында һәм шулай уҡ Абҙанда түләүле пляж.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ябай, әммә уларҙы үтәмәү төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтереүе бар. Таныш булмаған йәки рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ. Балаларҙың яңғыҙҙарын һыу буйҙарына ебәрмәгеҙ. Кескәйҙәргә һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу, йылға-күл янында, таныш булмаған урындарҙа һыу инеү ҡурҡынысы тураһында һөйләгеҙ. Йылға буйында сабыйҙарҙы ҡарап тороғоҙ, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәгеҙ!
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: “Һыу инеү тыйыла” тигән иҫкәртеү билдәләре менән йыһазландырылған объекттарҙа һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Ундай урындарҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Граждандарҙы яҡлау идаралығы, полиция һәм административ комиссия хеҙмәткәрҙәре көсө менән ведомство-ара рейдтар уҙғарыласаҡ.
Тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу инеү административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шуға күрә хәүефһеҙ урындарҙы һайлағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Рөстәм Сәйфетдинов,
райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.