Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
10 Июня , 08:23

“Йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеп

Башҡортостан Республикаһында “Экологик именлек” милли проектына ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акциялары дауам итә.

“Йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеп“Йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеп
“Йәшел ҡалҡан”ды тергеҙеп

Башҡортостан Республикаһында “Экологик именлек” милли проектына ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акциялары дауам итә.  Уның дауамында яҡташтарыбыҙ һәләк булған хәрбиҙәр  иҫтәлегенә ағастар ултыртылып ҡына ҡалмай,  илдең урман фондын һаҡлау кеүек мөһим мәсьәләне лә хәл итә. 

Архангел участка урмансылығында урман хужалығының тәжрибәле белгестәре етәкселегендә ылыҫлы ағастар күпләп ултыртыла. Хеҙмәткәрҙәр барлыҡ технологияны етди күҙәтеп, һәр ирекмәнгә ҡағиҙәләр буйынса нисек эшләргә кәрәклеген аңлатып, “йәшел ҡалҡан”ды тергеҙә. Был  сарала район хакимиәте, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Максим Горький, Ҡыҙыл Еҙем, Благовещенка мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары, ауыл биләмәләре  әүҙемдәре ҡатнашып, Архангел участка урмансылығы биләмәһенең 8 гектарын 26600 шыршы үҫентеһе менән тулыландырҙы.

Леонид Семенчук, Архангел урман хужалығы директоры: 

— Бөгөн районыбыҙ  ысын берҙәмлек миҫалын күрһәтә. Дөйөм маҡсат бөтә кешеләрҙе лә берләштерә. Беҙгә ярҙам итергә әҙер булған һәр кемде, бигерәк тә йәштәрҙе  күреүебеҙгә шатбыҙ. Сөнки тап уларға тәбиғәт тураһында хәстәрлек күрергә һәм илебеҙ тарихын һаҡларға кәрәк.

Дилара Янбаева.

 Фото — Архангел урман хужалығы сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас