Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
10 Июня , 08:19

Тырыштарға юлдар асыҡ

Бәләкәй саҡта район үҙәгенә килһәк, РайПо ашханаһына инеп, тамаҡ ялғамайынса ҡайтмай торғайныҡ.

Тырыштарға юлдар асыҡТырыштарға юлдар асыҡ
Тырыштарға юлдар асыҡ

Бәләкәй саҡта район үҙәгенә килһәк, РайПо ашханаһына инеп, тамаҡ ялғамайынса ҡайтмай торғайныҡ. Ул саҡта “Ашхана” берәү генә ине. Ә бөгөн үҙәктә генә түгел, ҡайһы бер ауылдарҙа ла туҡланыу нөктәләренең эшләүе яҡшы күренеш.

Резида Фәрит ҡыҙы  Абдуллина менән байтаҡтан танышмын. Ул үткерлеге, тырышлығы менән заманға яраҡлашҡан көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Яҙмыш һәр ваҡыт иркәләп, теләгәнеңде “һә” тигәнсе алдыңа сығарып ҡуйып бармай шул. Эйе, кемгәлер уңайы тура килеп тора, ә икенселәргә иләүестән иләнеп, һелкеүестән һелкенмәй булмай.

Әлиә, Азат һәм Айҙарҙы бер үҙе үҫтереп, оло тормош юлына сығара Резида. Әле улар инәләренең ышаныстарын аҡлап, матур итеп эшләп, үҙ йүндәрен күреп, ғәзиз кешеләренә ярҙам  итәләр. Әлиә — район хакимиәтендә әйҙәүсе белгес, үҙ ғаиләһен ҡороп, Архангелдә төпләнгән. Азат инәһе менән ғаилә бизнесын асып, “Ляля-Фа” исемле ҡапҡылап сығыу нөктәһендә — ашнаҡсы. Айҙар Өфөлә полиграфия колледжында белемен ала. Каникулдарҙа яҡындарына булыша.

— Ата-әсәйебеҙ беҙҙе хеҙмәт тәрбиәһендә үҫтерҙе. 11 йыл   таксист булып эшләнем.  Балаларыма саялығым, зирәклегем бирелгән. Азат улым  йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә студент сағында уҡ урынлашҡайны.  Диплом алғас, бер аҙ ҡырҙа йөрөнө, ошо йүнәлеш буйынса тәжрибә тупланы. Артабан  Архангелгә ҡайтып, ғаилә бизнесын асырға ҡарар итте, — тип бушамағанда ла ваҡыт табып, ғаилә шөғөлө тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте яҡташыбыҙ.

— Бер йыл элек Архангел ауылының Сазонов урамында йәмәғәт туҡланыуы урынын асҡайныҡ. Үтеп-һүтеп йөрөүселәр күп, эштәр ыңғай ғына башланып китте. Әммә бинала уңайлыҡтарҙың  юҡлығынан әҙер бизнесымды һатып, Карл Маркс урамында яңы урында кәсебебеҙҙе көйләп ебәрҙек.

Ҡапҡылап сығыу урынын ата-әсәйем Ләлә һәм Фәрит хөрмәтенә “Ляля-Фа” тип атаным. Бер туған апайым Гөлнара менән Азат улым бешеренә, апайымдың ҡыҙы Кристина  — кассир. Үҙем бөтә хужалыҡ мәшәҡәттәрен алып барам. Аҙыҡ-түлекте килтереп бирәләр, Өфөнөң Гурьев базаһынан да ташыйым.

Таҙа, яҡты, заманса йыһазландырылған “Ляля-Фа”ла һәр инеүсене көләс йылмайып ҡаршы алған хеҙмәткәрҙәр, уларҙың төрлө тәмле аш-һыуҙары, әлбиттә был ергә кире килеү теләген тыуҙыра.

— Кешеләргә әле генә әҙерләнгән, бешерелгән ризыҡтар тәҡдим итәбеҙ: шаурма,  хот-дог, бургерҙар, аш, салаттар, туңдырма, төрлө эсемлектәр.  Төшкө, киске аштарға заказ бирәләр. Уларҙы  машинала таратып сығам. Хатта ауылдарҙан да һорауҙар күп. Киләсәктә эшебеҙҙе киңәйтеп, тағы бер нисә нөктә асырға ине.

Эшҡыуарлыҡтың ҡатмарлыҡтары булһа ла ҡурҡырға ярамай. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тиҙәр бит. Әгәр аныҡ маҡсаттарың, финанс яҡтан белемең, теләгең булһа, ауырлыҡтарҙы йырып сығып, уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Тырыштарға юл асыҡ, — тип әле генә бешеп сыҡҡан бәлештәрен батмусҡа теҙҙе Резида Фәрит ҡыҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас