

“Үҙәк” МТС-ының “Нива” Ҡырмыҫҡалы филиалына ҡараған Ҡыҙыл Еҙем бүлексәһенең малсылыҡ фермаһында бөгөн 339 баш эре мөгөҙлө мал, 256 йылҡы аҫрала. Элегерәк малдарҙы яҙ етеү менән йәйләүгә сығарһаҡ, хәҙер аҙбарҙа, ялан кәртәлә генә тотабыҙ.
Быҙау ҡараусы Наталья Жаворонкова тәжрибәле хеҙмәткәр. Ул бөйрәкәйҙәрҙе бик яҡшы тәрбиәләй. Һауынсылар Наталья Дрозд, Сергей Валиков, Геннадий Шмонин, малсылар Алексей Шальков, Алексей Пьянов, Николай Швецов эште ҙур тырышлыҡ һәм теүәллек менән башҡара.
Әле бер һыйыр тәүлегенә 16,7 кг һөт бирә, тулайым һауым — 2938 кг, һөт һатыу — 2670 кг, уның ҡуйылығы — 4,3 процент, аҡһымы — 3,2 процент.
Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн фермала бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Урал Яҡшыбаев,
“Үҙәк” МТС-ының “Нива” бүлексәһе идарасыһы.
Автор фотоһы.