

Архангел ауылында (Паркетныйҙа) йәшәүсе Марат Нәжметдинов инде нисә йыл рәттән ауылдаштарын ғына түгел, ә райондаштарын, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы ижад емештәре менән ҡыуандыра. Ул төрлө материалдарҙан әкиәт, йәнһүрәт геройҙарын, йәнлек, ҡоштарҙы яһай. Ҡышҡыһын ҡар, боҙ һындары тирә-яҡты күркәмләй.
Йәй көнө Баҫыутамағы янындағы Инйәр йылғаһына һыу инергә йөрөүселәр, шул тарафтарға барыусылар Ҡуштәкле битләүендәге юл буйында уның ижади емештәрен күргәндәрҙер, моғайын. Былтыр ул ағас айыу менән бүреһен урынлаштырғайны. Улар үҙҙәренә күрә Паркетныйҙың визит карточкаһына әйләнеп өлгөрҙө. Үтеп-һүтеүселәргә лә иҫтәлеккә фотоға төшөргә бик йәтеш ине.
Районыбыҙҙы йәмләп торған һындарҙы берәүҙәр урлап киткәс, битләү йәтимләнеп ҡалғандай тойолдо. Ҡараҡтар табылманы. Бөтә илгә таралған был хәбәрҙән һуң, айыу менән бүрене баҙҙа ғына тоталармы икән?
Марат ағай төшөнкөлөккә бирелмәй, яңыраҡ цементтан Алтын балыҡ ҡойоп, тағы юл буйына ултыртып ҡуйҙы. Был юлы нығытылған. Яңы юл һаҡсыһы ҡояшта тәңкәләрен йылтыратып әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора.
Был юлы алып китмәҫтәр, тип ышанғы килә.
Дилара Фәтихова.
И.Куркова фотоһы.