Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
10 Июня , 08:57

Милли көрәш — һабантуй биҙәге

Һабантуйҙа һәр кем үҙенә оҡшаған күңел асыу сараһын таба.

Милли көрәш — һабантуй биҙәгеМилли көрәш — һабантуй биҙәге
Милли көрәш — һабантуй биҙәге

Халыҡ уйындары, бәйгеләр ҙә ситтә ҡалманы. Уларҙың барыһы ла  “Спорт ере” Бөтә Рәсәй марафоны эгидаһы аҫтында үтте. Байрамға килеүселәрҙең яртыһынан күберәк өлөшө волейбол, мини-футбол, шахмат, милли көрәш, һырғауылға үрмәләү, ауыш бағананан үтеү,  тоҡ менән һуғышыу, ат сабышы кеүек сағыу бәйгеләрҙе ҡарап, ҡәҙимге тормоштан арынып, рәхәтләнеп ял итте. Спорт ярыштарында  200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Көс спортында, 24 килограмм ауырлыҡтағы герҙе күтәреүҙә,  Антипин Валерийға тиңдәр табылманы. Ул   билдәләнгән ваҡыт эсендә герҙе 180 тапҡыр күтәрҙе.  2-сене —  Биктимеров Илнур (127 тапҡыр)  һәм 3-сө урынды Хивинцев  Василий (76 тапҡыр) алды.

Намаҙғолов Рамаҙан, Мәүлитов Фирүз, Кинйәғолов Иҙел, Сәғитов Данил, Сәғитов Радмир, Сәғитов Айҙар һәм  Ғайсин Илмир 18 метрлыҡ бағананың осона тиклем менеп, еңеүгә өлгәште.

Волейбол ярыштары бик ойошҡан һәм дәртле уҙҙы. Унда бер нисә йыл рәттән абҙандар беренселекте биләп килә. Быйыл да  улар алдынғылыҡты ҡулдан ысҡындырманы.  2-сене —  “АрхМолодежка” һәм 3-сө урынды “Өфө” командаһы яуланы. Футбол буйынса 1-се урын —  “Сармат”ҡа, 2-се —  “Магаш”, 3-сө урын “Юные” командаһына бирелде.

Көрәш майҙанына төрлө йәштәге спортсылар, спорт һөйөүселәр, көйәрмәндәр йыйылды. Үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр 60-тан ашып китте.

Ауырлыҡ категорияларына бүленгәс, түҙемһеҙләнеп көтөлгән бәйге башланды. Баһадирҙар матур һәм сая алыштар күрһәтте. Уларҙы тулҡынланып күҙәтеү үҙе бер тамашаға әйләнде.

Ярыштарҙың кульминацияһы булып өлкәндәр араһындағы алыш торҙо, ул ҙур иғтибар, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Тамашасылар ҡатнашыусыларҙы әүҙем көйләне, һәр кем үҙенеке өсөн “ауырыны”. Бында алты ауырлыҡ категорияһында иң көслөләр һынау тотто. Һөҙөмтәләр, түбәндәгесә: 30 кг ауырлыҡ категорияһында 1-се урын  Асҡарова Сафия, 2-се – Сипеева Жулдыз, 3-сө урын   Мусин Асҡарҙа. 35 кг ауырлыҡ категорияһында: 1-се урын  – Сипеев Илнурға, 2-се — Хәсәнов Юлайға, 3-сө урын Абдуллин Алмазға бирелде. 40 кг ауырлыҡ категорияһында 1-се урынға – Иванов Елисей, 2-се урынға – Мөзипов Илнар, 3-сө урынға  Еникеев Алмаз сыҡты. 60 кг ауырлыҡ категорияһында 1-се урынға —  Хәкимов Данис, 2-се урынға — Долгуша Олег, 3-сө урынға Әбелғузин Алмир лайыҡ булды. 75 кг ауырлыҡ категорияһында 1-се баҫҡысҡа —  Янтилин Руслан,  2-се баҫҡысҡа —  Әкрәмов Камил, 3-сө баҫҡысҡа Ильясов Рамазан күтәрелде. 75+ кг ауырлыҡ категорияһында Ғәлләмов Булат еңде, 2-се урынды —  Мусин Айрат, 3-сө урынды Галин Арсений алды. Абсолют еңеүсе тип Янтилин Руслан билдәләнде. Уға төп бүләк — тәкә эләкте.

Дилара Янбаева.

А.Тиунова тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас