Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
10 Июня , 09:15

Ирмен тигән ир күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр

Ат сабыштары Һабантуйҙың иң сағыу ваҡиғаларының береһе.

Ирмен тигән ир күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятырИрмен тигән ир күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр
Ирмен тигән ир күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр

Ат сабыштары Һабантуйҙың иң сағыу ваҡиғаларының береһе. Йылдан-йыл улар байрамды биҙәй, йөҙҙәрсә тамашасыны йыя. Быйылғы ярыштар  ҙа иҫтә ҡалырлыҡ үтте.

Сабыш башланмаҫ элек үк тамашасылар алдан иң уңайлы урындарҙы алып, бәйгене көттө. Аттарҙың сапсынып, бейеп тороуҙарына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Ниһайәт, мөһабәт, һомғол юртаҡтар стартҡа баҫты.

Ҡыйыу һыбайлылар хайуандарҙың холҡон һәм ғәҙәттәрен бик яҡшы белә.  Уларҙың тәжрибәһе дистанциялағы уңышты билдәләй, малҡайҙың еңеүгә ынтылышы ла мөһим.

Сарала  районыбыҙ бәйгеселәренән тыш Ғафури һәм Иглиндан да ҡатнаштылар. Бөтә заезд дистанцияһы  1600 м тәшкил итте. Бәйге көслө алҡыштар һәм көйәрмәндәрҙең хуплау, дәртләндереү тауыштары менән оҙатылып барҙы. Ярыш йомғаҡтары түбәндәгесә:

1-се заезда 1-се урынға  Шаһиев Рафаэль “Стрела” ҡушаматлы атта (Ғафури районы), 2-се —  Бикбаув Мансур (“Эклипс”, Архангел),  3-сө урынға  Бикбулатов Рәсим (“Радуга”, Архангел) сыҡты.

2-се заезда 1-се — Баһауетдинов Рауил (“Изабелла”,  Архангел),  2-се — Фәхретдинов Фәнис (“Аҡтау”, Ғафури),  3-сө урын Кинйәғолов Искәндәрҙә (“Сапсан”, Ғафури).

3-сө заезда  1-се урын —  Симахин Владимирға (“Василиса”, Иглин),  2-се  —  Сабитов Илшатҡа, (“Буян”, Архангел),  3-сө урын Әлибаев Динарға (“Ландыш”, Архангел) бирелде.

Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Финалда үҙебеҙҙекеләр генә ҡатнашты. Улар төп приз — эйәр өсөн көрәште. Һөҙөмтәлә Баһауетдинов Рауил беренселекте алды.  2-се урынды — Бикбаув Мансур, 3-сө урынды Әлибаев Динар яуланы.

Ат сабыштары халыҡҡа  сағыу тойғолар һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.

Дилара Бәҙретдинова.

И.Куркова фотоһы.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас