Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
10 Июня , 08:53

Быуындар бәйләнешен һаҡлаусы сара

Беҙҙең мәктәптә, май айының тәүге аҙнаһында  инновация майҙансығы планы сиктәрендә «Ҡарға бутҡаһы» йолаһы уҙғарылды.

Быуындар бәйләнешен һаҡлаусы сараБыуындар бәйләнешен һаҡлаусы сара
Быуындар бәйләнешен һаҡлаусы сара

 Беҙҙең мәктәптә, май айының тәүге аҙнаһында  инновация майҙансығы планы сиктәрендә «Ҡарға бутҡаһы» йолаһы уҙғарылды. Байрамдың төп аҙығы  — бутҡа. Уны уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән бойҙай, арпа, тары кеүек ярмаларҙан бешерәләр.

   Бутҡа бешкән арала балалар башҡорт халыҡ уйындарында ҡатнашты: «Аҡ тирәк-күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», “Сума үрҙәк, сума ҡаҙ” һәм башҡаларҙы. Артабан  барыһы ла өләсәй бешергән тәмлекәс менән һыйланды. Бутҡаның ҡалғанын түңгәктәргә, ағас төптәренә  һалып сыҡтылар.  Тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабаларға мөрәжәғәт итеп, муллыҡ, именлек, иген уңышы күп булыуын теләп, ағастарға таҫма бәйләнеләр.       

     «Ҡарға бутҡаһы»  балалар өсөн күңелле байрам  ғына түгел, ә башҡорт халҡының ғөрөфтәрен, тәбиғәткә хөрмәтте һәм быуындар бәйләнешен һаҡлаусы мөһим сара.

Әлфинә Ҡунаҡбаева,

Абҙан мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас