

Район аграрийҙары иртә яҙғы культураларҙы сәсеүҙе ҡулайлы ваҡытта тамамлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Бөгөн А.Х.Сабитов, Д.Ю.Кузнецов, “Синергия” ЯСЙ-һы, Ю.К.Иванов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ошо мөһим бурысты тулыһынса атҡарып, башҡа мәшәҡәттәргә күсте.
Быйыл районда сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 12 651 гектар тәшкил итәсәк. Яҙғы сәсеүҙе 5 116 гектар майҙанда үткәреү планлаштырыла, шуларҙың 3 613 гектарын — иген, 2 261 гектарын техник культуралар биләйәсәк. 2026 йылғы уңыш өсөн ауыл хужалығы предприятиелары 568 тонна минераль ашлама һатып алған.
2026 йылдың 20 майына ҡарата түбәндәге агротехник саралар башҡарылған: 2 900 гектар майҙанда дым ҡаплау; ужым культураларын туҡландырыу — 1 676 га; ужым игендәрен химик утау —1 642 га.
Көнбағыш —1000 га (планға ҡарата 93 процент), рапс 1150 га (100 процент), яҙғы иген культуралары 1386 гектар майҙанда сәселгән (70 процент). Яҙғы сәсеү бөтәһе 3606 гектарҙа үткәрелгән, был пландың — 81 проценты. Техник культураларҙы химик утау дауам итә. 2 500 гектарҙан ашыу күп йыллыҡ үләндәр майҙаны тырматылған.
И.Ғ.Ғәлиәкбәров КФХ-һы 30 гектарҙан ашыу майҙанда күп йыллыҡ үләндәр сәсте. Ул шулай уҡ райондың башҡа шәхси ярҙамсы хужалыҡтарына ла хеҙмәттәр күрһәтә. Игенселәр был аҙнала баҫыу эштәрен тамамларға ниәтләй.
Фәнил Ғәлиев,
район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агроном-консультанты.
Автор фотоһы.