

Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан “Суд приставтары — балаларға” Бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһында ҡатнаша.
Уның сиктәрендә идаралыҡтың бөтә бүлексәләре алимент бурыстарын түләтеү мәсьәләһе буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, сығыштар, балалар йорттары, мәктәп-интернаттары тәрбиәләнеүселәре өсөн хәйриә саралары ойоштора. Шулай уҡ суд приставтары бурыслыларҙы административ яуапылыҡҡа тарттырыу өсөн уларҙың адрестары буйынса рейдтар уҙғара.
2026 йылда акция 2 июнгә тиклем дауам итәсәк.
Елена Макеева,
суд приставтары бүлегенең идара начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.