Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
29 Мая , 09:45

Һау бул, мәктәп, беҙҙе юлдар көтә

И.А.Киселев исемендәге 1-се Архангел мәктәбенең матур  биҙәлгән ихатаһына балалар, ололар, саҡырылған ҡунаҡтар сираттағы Һуңғы ҡыңғырау байрамына йыйылды. 

Һау бул, мәктәп, беҙҙе юлдар көтәҺау бул, мәктәп, беҙҙе юлдар көтә
Һау бул, мәктәп, беҙҙе юлдар көтә

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Балаларға бәхет юлдаш булһын! Ә беҙҙең бурыс —  колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында уҡып, тыуған республикабыҙға һәм илгә файҙалы булырға теләү өсөн уларға бөтә шарттар булдырыу. Барығыҙға ла имтихандарҙы лайыҡлы тапшырырға һәм үҙ юлығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйем!

26 май район мәктәптәренең 9-11-се класс уҡыусылары өсөн мәктәп тормошоноң тамамланыуын һәм яңы, өйрәнелмәгән этаптың башланыуын билдәләгән Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Быйыл район буйынса 222 — 9-сы һәм 55 11-се класс уҡыусыһы белем усағын тамамлай.

И.А.Киселев исемендәге 1-се Архангел мәктәбенең матур  биҙәлгән ихатаһына балалар, ололар, саҡырылған ҡунаҡтар сираттағы Һуңғы ҡыңғырау байрамына йыйылды. 

Ҡупшы кейенгән 11-се класс егет һәм ҡыҙҙары класс етәкселәре Ирина Черичен оҙатыуында көслө алҡыштар аҫтында майҙанға үтте. Бөтә мөхит тулҡынланыу, шатлыҡ һәм һағыш менән тулды.

Эйе, был сара ҡыуаныслы ла, моңһоу ҙа. Ваҡыт аяуһыҙ йүгерә. Әле генә  сығарылыш уҡыусылары оялып, ҡыйыуһыҙ ғына  1-се класҡа  килгәйне. Бөгөн ул ваҡыттағы тәүге ҡыңғырау шылтырауы, беренсе уҡытыусы,  ижекләп уҡыған тәүге һүҙ, шатлыҡтар һәм көйөүҙәр барыһы ла артта ҡалды.

РФ мәғариф министры Сергей Кравцовтың мөрәжәғәтен тыңлағандан һуң, мәктәп директоры Любовь Курунова сығарылыш класс уҡыусыларын дәүләт имтихандарына индереү тураһында бойороҡ менән таныштырҙы.

 Артабан район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район Советы рәйесе Леонид Семенчук, район мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова, МХО-ла ҡатнашыусы, ефрейтор Рәсим Шубин  өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итеп, йылы һүҙҙәр  юлланы. Балаларҙы уҡытыусылары, ата-әсәләре һәм 1-се класс уҡыусылары ла сәләмләне. Барыһы ла һәр ваҡыт бала саҡтың бер өлөшөн һаҡлап ҡалырға һәм тыуған мәктәбен, районын онотмауҙарын теләне. Ата-әсәләрҙән матур теләктәр яҙылған хаттар айырыуса  тәьҫирләндерҙе.

Ун беренселәр был тулҡынландырғыс һәм мөһим көнгә ихлас әҙерләнгән. Башҡарылған йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар уларҙың берҙәм, татыу, бар яҡтан да һәләтле  икәнен тағы бер ҡат иҫбатланы. Бына кескәйҙәр ҡыңғырауҙар тотоп, апай, ағайҙарына табан ашыҡты. Һуңғы ҡыңғырауҙы беренселәр һәм ун берҙәр бергә бирҙе. Ниһайәт, сараның йөҙөк ҡаша — хушлашыу вальсына сират етте. Уны башҡарғанда күҙҙәре йәшкә сыланмаған кеше ҡалмағандыр.

Һуңғы ҡыңғырау байрамы мәңгегә яҡты һәм шатлыҡлы хәтер булып ҡалһын. Беҙ уҡыусыларыбыҙға имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп, тормош юлында үҙ урындарын табып, илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булыуҙарын теләйбеҙ!

Дилә, Архангел ауылынан:

— Шундай тулҡынландырғыс байрам үтте. Һүҙҙәр юҡ, тик тойғолар ғына. Әле генә улым 1-се класҡа килгән ине. Балаларҙы яратып, һөйөп  өлгөрөргә кәрәк.

Элиза, 11-се класс уҡыусыһы:

— 11 йыл һиҙелмәй үтеп тә китте. Киләсәктә уҡытыусы һөнәренә уғып сығырға теләйем. Мәктәп, класташтар, яраҡан уҡытыусылар  менән хушлашыу бик моңһоу.

Дилара Бәҙретдинова.

И.Бәҙретдинова тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас