Инйәр
+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
20 Мая , 09:48

Йүнселдәргә юл асыҡ

Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ирек Зәйнетдин улы Бәҙретдинов — уңышлы етәксе.

Йүнселдәргә юл асыҡЙүнселдәргә юл асыҡ
Йүнселдәргә юл асыҡ

Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ирек Зәйнетдин улы Бәҙретдинов — уңышлы етәксе. Ул үҙ эшен  өс йыл элек ойошторған. Ирек Зәйнетдин улы хәләл ефете Альбина Даурат ҡыҙы, балалары һәм туғандары менән бергә мал аҫрап, ауылдаштарын, райондаштарын сифатлы һөт продукцияһы менән тәьмин итә.

Оҙондар ауылында йәшәүсе Бәҙретдиновтарҙың эш көнө таңғы биштә башлана. Ҡатын-ҡыҙҙар һыйырҙарҙы һауған арала, ир-егеттәр ҡалғандарын ашата,  һуғара  һәм көтөүгә ҡыуа. Ялан кәртәлә торғандарына бесән сабып килтерелә. Артабан һөт айыртыу, эремсек һарҡытыу, ҡорот, май баҫыу кеүек мәшәҡәттәр башҡарыла.

Ғаилә башлығы әленән үк киләһе йылға мал аҙығын хәстәрләй . Бөгөн улар 50-нән артыҡ эре мөгөҙлө мал тота, 28-е — һауын һыйыры. Бынан тыш күп итеп йәшелсә үҫтерә, ҡош-ҡорт  үрсетәләр.

— Ҡыш көнө ял итәбеҙ тиһәк тә була. Сөнки һыйырҙар яйлап ташлата. Ваҡытында бесән, фураж һалып, һыу эсереп, аҙбарҙы  таҙартһаң — эш бөтә. Әммә йәй  ҡыҙған таба кеүек, өтөп бара. Октябргә тиклем йүгерәбеҙ, артабан тиҙлекте кәметәбеҙ, — тип шаярта Ирек ағай.

— Яңғыҙың әллә ни эш ҡыйратып булмай, ә бына күмәкләшеп тотонғас, эш ырап бара. Һөт ризыҡтарына бөгөн һорау ҙур.  Эремсек, ҡаймаҡ, ҡорот — өлгөрт кенә. Магазинда бит нимә һатылғанын берәү ҙә аныҡ әйтмәй. Ғәҙел етештереүселәрҙекенә тап булһаң, бик шөкөр. Ә бына үҙең үҫтергән һыйырҙың һөтө, ите — сәләмәтлек нигеҙе. Үҙебеҙ ҙә хәләл ризыҡ ашайбыҙ, башҡаларға ла арттырабыҙ. Ялҡауыңды килтермәһәң, яҡшы йәшәргә мөмкинлектәр иҫ киткес.

Һөттө Тирәкленән Йыһаншиндарға тапшырабыҙ. 150 гектар ер ҡуртымға алынған. Электр көтөүсе ҡуйғанбыҙ. Бесәнде үҙебеҙ сабып, ташыйбыҙ. Тик бесәнлек алыҫыраҡ — Вознесенский ауылында урынлашҡан, — тип дауам итте ир-уҙаман.

Әйткәндәй, Ирек Зәйнетдин улы Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында тарихтан уҡыта. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү теләге күптән тыуғайны, ти ул. 2023 йылда “Яңы эш башлаусы фермер” грантында еңгәс, 24 баш симментал тоҡомло таналар, “МТЗ” тракторы, пресс-йыйыусы һатып алып, Оҙондар ауылының элекке ферма урынында 9*20 мал аҙбары йүнәтеп, эшен көйләп ебәргән.

— Мал тәрбиәләү бала саҡтан уҡ таныш. Шуға биш баш мал ҡарау менән  30-ҙы аҫрау араһында  айырма юҡ.  Фермерлыҡтың ҡатмарлы яҡтары ла, ҡыуанысы ла үҙе менән бергә.  Киләсәктә эште ишәйтергә тигән маҡсаттар менән йәшәйбеҙ. Һаулыҡ ҡына булһын, — ти яҡташыбыҙ.

Ирек Зәйнетдин улы кеүек ошондай тәүәккәл, уңған эшҡыуарҙар йүнселдәргә юл асыҡ, тигән әйтемде иҫбатлай ҙа инде.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас