Инйәр
+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:21

Ветерандың вариҫтары — алғы һыҙыҡта

Беҙҙең атай-олатайҙар тормоштоң әсеһен-сөсөһөн етерлек татыған. Илебеҙгә дошман ябырылғас, яҙмыш уларҙы тыуып-үҫкән еренән айырып, мәңге аяҡ баҫмаҫлыҡ яҡтарға илткән.

Ветерандың вариҫтары — алғы һыҙыҡтаВетерандың вариҫтары — алғы һыҙыҡта
Ветерандың вариҫтары — алғы һыҙыҡта

Бәширов Зиннәт башҡа ир-егеттәр менән фронтҡа китә. Курск дуғаһын алыуҙа, Ленинград ҡалаһын азат итеүҙә, совет-герман, унан 3-сө Белоруссия фронтында ҡатнаша. Минск, Вильнюс, Каунас, Кибартай ҡалаларын азат итеүҙә, Кенигсберг ҡалаһын алыуҙа ҙур өлөш индерә. Бына көтөп алған еңеү! Һалдаттар шатланып ҡайтырға сығалар. Тик бөтә эшелон менән бер ерҙә туҡтамай уларҙы тағы Японияға һуғышҡа алып китәләр. Ике ай квантон армияһына ҡаршы һуғышып, аяғы яраланып, госпиталдә дауалана. Зиннәт Әхмәтша улы I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, Германияны, Японияны еңгән өсөн миҙалдары, Жуков миҙалы, Ленинград алышы өсөн почёт билдәһе менән наградланған. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙәге тырышлығы өсөн махсус миҙал менән бүләкләнгән. Бәшировтар нәҫелендә патриотик тойғо аяуһыҙ һәм дәһшәтле йылдарҙың бөтә михнәттәрен үҙ башынан кисергән ветеран олаталары Зиннәт һәм уның ағаһы Сафиулла Бәшировтарҙан килә. Максим Горький ауылынан Рәмилә һәм Зиннур Бәшировтарҙың улдары ата-бабаларының рухына тап төшөрмәй бөгөн ил һағында тора. Кем генә уйлаһын, йылдар үтеү менән яугирҙең ейәндәре махсус хәрби операцияла неонацизмға ҡаршы яуға күтәрелер тип. Зиннәт Бәшировтың дүрт ейәне — Айнур, Азат һәм Илнар — хәрби хеҙмәт юлындағы илһөйәрҙәр, тәүге көндән үк яу яланында, мәктәптә эшләгән Нур ҙа 2023 йылда контракт төҙөй. Батыр һәм эшһөйәр яугир олатайҙың ҡаһарманлығын хәҙерге көндә ейәндәре — Айнур, Нур, Азат, Илнар дауам итә. Ветерандың вариҫтары — алғы һыҙыҡта: Тыуған илебеҙҙең тыныс тормошо һәм яҡты киләсәге өсөн хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй. Уларҙың һәр береһенең күкрәк билдәләре, орден-миҙалдары ошо хаҡта һөйләй.

 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас