Инйәр
+13 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
20 Мая , 11:09

Ҡорт саҡһа ...

Йәй көнө бал ҡорто, иңкеш саҡһа, һағыҙаҡ, күгәүен тешләһә, аллергия булыуы ихтимал. Ошо ябай ғына кәңәштәр һеҙҙең һаулығығыҙҙы һаҡлап ҡалыуы мөмкин.

Ҡорт саҡһа ...Ҡорт саҡһа ...
Ҡорт саҡһа ...

1. Иң тәүҙә тынысланығыҙ һәм ҡаяу ҡалһа, уны алып ташлағыҙ.
2. Саҡҡан урынды һабын һәм һыу менән йыуып таҙартығыҙ.
3. Шеште һәм ауыртыуҙы кәметеү өсөн һалҡын компресс йәки боҙ ҡуйығыҙ, тик боҙҙо тура тирегә һалмағыҙ.
4. Ҡысытыу йәки ауыртыу булһа, гидрокортизон һөртөгөҙ, кәрәк булһа, аллергияға ҡаршы дарыу эсергә мөмкин.
5. Әгәр тын алыуы ауырлашһа, шеш бөтөн тәнгә таралһа, йәки баш әйләнһә — ашығыс ярҙам саҡырығыҙ, был аллергик реакция булыуы ихтимал.

Розалия Хисаева фотоһы

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас