

Иглин районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Ныҡлы ғаилә – айыҡ ауыл – көслө Башҡортостан!” тип аталған тәүге күсмә сара үткәрҙе. VII “Айыҡ ауыл” Республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала беҙҙең район вәкилдәре лә ҡатнашты.
Ойоштороу комитеты ҡарары буйынса, быйыл VII “Айыҡ ауыл” Республика конкурсының 12 еңеүсеһен бүләкләү тантанаһы 18 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың оператив кәңәшмәһендә үтте. Шулай уҡ быйыл республиканың ете районында, шул иҫәптән Иглиндә, күсмә зона саралары планлаштырылған. Йыйындың төп өлөшөндә тематик күргәҙмәләр, мәшғүллек үҙәктәренең консультация зоналары, биш тематик секция эше уҙҙы.
“Һаулыҡ хаҡына: сәләмәт тормош рәүешен популярлаштырыу тәжрибәһенә бәйле төбәк-ара хеҙмәттәшлек” секцияһы эшендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак, Яҡутстан (Саха) Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Айыҡлыҡ биләмәһе” методик ресурс үҙәге етәксеһе Елена Колесникова ҡатнашты (онлайн).
Эльвира Айытҡолова “Айыҡ ауыл” конкурсында ведомство-ара партнерлыҡ, социаль маҡсаттарға өлгәшеү ҡоралдары хаҡында һөйләне. Рөстәм Ишмөхәмәтов алкоголь продукцияһы әйләнешен көйләүҙә төбәк ҡануниәтен үҫтереү перспективалары һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсының әһәмиәте тураһында телмәр тотто.
“Башҡорт ғаиләһе: ата-бабаларҙан – нәҫелгә. Шәжәрә төҙөү буйынса практикум” секцияһы тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе, тарих уҡытыусыларын, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәрен берләштерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, энциклопедист Клара Әһлиуллина “Бәләкәй ватан топонимикаһы: Башҡортостан топонимдарының мәғлүмәт базаһы менән эшләү буйынса практикум” доклады менән сығыш яһаны һәм ошо йүнәлештәге эш алгоритмдарын тасуирланы.
“Айыҡлыҡ дәрестәре — балаларҙы һәм үҙеңде бәйлелектән һәм зарарлы ғәҙәттәрҙән һаҡлау” лекцияһы бик мауыҡтырғыс булды.
Эшҡыуарлыҡ секцияһы бизнес-берләшмә вәкилдәре, дәүләт структуралары һәм потенциаль эшҡыуарҙар ҡатнашлығында үтте.
Сараның пленар өлөшөндә “Айыҡ ауыл” Республика конкурсында ҡатнашыусылар һәм әүҙемселәр тәбрикләнде.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.