

Ҡорбан байрамы алдынан Максим Горький ауылының “Сулпан” мәсетендә өмә ойошторолдо. Ауылдың уңған ҡатын- ҡыҙҙары иман йортоноң түшәмдәрен, диуарҙарын, тәҙрә, иҙәндәрен йыуҙы, аш бүлмәһен, соланын таҙартты. Балаларҙың да күмәк эштә ҡатнашыуы һөйөндөрҙө.
Ир-егеттәр келәмдәрҙе ихатаға сығарып, саңдарын ҡаҡты, мәсет урамындағы һәм тышындағы үләндәрҙе сапты, ваҡ-төйәктәрҙе йүнәтте, һыу ташып, түгеп ярҙамлашты.
Өс сәғәт эсендә бинаның эсе лә, тышы ла ялт итеп ҡалды. Иң һуңында өмәселәр сәй табынына йыйылды. Ил тыныслығын, именлек, татыулыҡ теләп, доғалар ҡылынды.
Был сауаплы эштә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт.
Гөлгөнә Хисмәтуллина,
Максим Горький ауылы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәесеһе.
Д.Бәҙретдинова фотоһы.