Инйәр
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:15

Герой партаһы асылды

Ҡаһармандар тураһында хәтерҙе һаҡларға тейешбеҙ.

Герой партаһы асылдыГерой партаһы асылды
Герой партаһы асылды

Абҙан мәктәбендә сираттағы Герой партаһы асылды. Ул махсус хәрби операцияла изге бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Айнур Миңнислам улы Хәсәнов иҫтәлегенә бағышланды.

Тантанала район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова, райондың йәштәр эше, спорт һәм физик культура комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, Абҙан ауыл хакимиәте башлығы Вил Зөлҡәрнәев, яугирҙең ата-әсәһе, туғандары, хеҙмәттәштәре, уҡытыусылары, дуҫтары  һәм ауылдаштары ҡатнашты.

Айнур Миңнислам улы 2025 йылдың июлендә үҙ теләге менән МХО-ға юллана. Уның өсөн хәрби бурыс, намыҫ, батырлыҡ төшөнсәләре һәр саҡ тәүге урында тора.

Саҡырылған ҡунаҡтар Айнур Хәсәновтың ватансыллығы, тыуған районы, ауылы, халҡы өсөн янып йәшәүе, спорт һөйөүе, ҡыйыулығы, яулаған үрҙәре, киң күңеллелеге  тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Артабан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Абҙан ир-уҙамандарына арналған видео тәҡдим ителде. Һуңынан һәләк булған һалдаттар бер минут тын ҡалып  иҫкә алынды.  

Герой партаһын асыу хоҡуғы яугирҙең ата-әсәһе Асия Йыһангәрәй  ҡыҙы менән Миңнислам Шәрифулла улына һәм  килгән ҡунаҡтарға  бирелде.

Герой партаһы  артына  5-се кластың уҡыу алдынғылары Хәсәнова Айгизә менән Вәлиев Илназ ултырасаҡтар.

 Әлфинә Ҡунаҡбаева,

Абҙан мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас