Инйәр
+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
20 Мая , 09:56

Ергә ереккән юғалып ҡалмаҫ

Убалар ауылында йәшәүсе Урал Хәлиулла улы Абдуллиндың крәҫтиән-фермер хужалығы — районыбыҙҙың ҙур хужалыҡтарының береһе.

Ергә ереккән юғалып ҡалмаҫЕргә ереккән юғалып ҡалмаҫ
Ергә ереккән юғалып ҡалмаҫ

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Башҡортостанда ауыл хужалығына эшһөйәр, маҡсатҡа, уңышҡа ынтылышлыларҙың килеүен күреү бик ҡыуаныслы. Уларға уңыштар теләйем! Ә беҙ мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ.

Фидан Йосопов, район мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры:

— Абдуллин Уралдың крәҫтиән-фермер хужалығы —  ауыл ерендә килем алып, уңышлы эшләп булыуына матур миҫал.

Убалар ауылында йәшәүсе Урал Хәлиулла улы Абдуллиндың крәҫтиән-фермер хужалығы — районыбыҙҙың ҙур хужалыҡтарының береһе.

Урал Хәлиулла улы ата-әсәһе менән берлектә байтаҡ йылдар итселек, һөтсөлөк продукцияһын етештереү йүнәлешендә мал ишәйтеп,  уңышҡа өлгәшеп  килә.  Бөгөн Абдуллиндар 60-лап эре мөгөҙлө мал, 40-лап  йылҡы аҫрай, бал ҡорттарын  үрсетергә лә өлгөрә.

— Мал ҡышлатыу яҡшы үтте. Һәр йылдағыса былтыр ҙа аҙыҡты мул әҙерләнек. Барлығы 200 гектарҙа бесән сабабыҙ, пай ерҙәре лә бар. Техникалар көйлө булғанда  эштәр  ырай. Ринат Ниғәмәтйәновтан арпа һатып алып, шуны фураж итеп  тарттырабыҙ. Картуф, сөгөлдөр, ҡауын, ташҡабаҡ сәсәбеҙ. Һыйыр-таналар бик яратып ашай, һимертеүгә бик яҡшы.

Әле эштең иң ҡыҙыу мәле. Вакциналар һалдырыуҙан алып, көтөүлектәргә сығарыуға тиклем әллә күпме мәшәҡәттәрҙе теүәлләйһе бар. Таң һарыһынан  тотонмаһаң,   өлгөрөрмөн тимә.  Ирҙәр көн оҙонона — яланда.

Көтөүлектәр өсөн 120 гектар  ҡуртымға алынған. Шуның 30-ында һыйырҙар өсөн электр көтөүсе һуҙҙыҡ. Аттарҙыҡын  да өҙөлгән урындарын ялғап, йүнәттеләр. Ялан кәртәләрен дә рәтләнеләр. Уның араһында техникаларҙы ла ҡараштыралар, — тип КФХ тормошо менән ҡыҫҡаса таныштырҙы Раҡыя Фәзлиәхмәт ҡыҙы.

Ауыл электән илде сифатлы икмәк, һөт һәм ит менән тәьмин иткән. Малсыларҙың, игенселәрҙең хеҙмәте ауыр, ҡатмарлы. Шул ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмай, үҙ эштәрен асыусылар, дауам итеүселәр   афарин! Абдуллиндар ҙа бер нимәгә ҡарамай, шөғөлдәренән йәм, тәм татый. Улай ғына ла түгел, яҡташтарына ярҙам итеп тора. Мәҫәлән, былтыр улар ҡазаға тарыған Аҙау ауылы халҡына бесән төргәктәре оҙатты. Быйыл үтәсәк Һабантуйҙың көрәш еңеүсеһе өсөн тәкә  биреп тә ҡуйғандар икән. Бына шундай киң күңелле, тырыш кешеләр биҙәй ҙә инде Кесе Ватаныбыҙҙы.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас