Инйәр
+16 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:26

Дәүләт нигеҙе һәм көсө

Халыҡ-ара ғаилә көнөндә район хакимәте башлығы Айрат Сәйетғәлин Фәнисә Төлкөбаеваға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

Дәүләт нигеҙе һәм көсөДәүләт нигеҙе һәм көсө
Дәүләт нигеҙе һәм көсө

Фәнисә Фәйзитдин ҡыҙы һәм Альберт Мансар улы биш бала тәрбиәләй. Тантанала "Әсәлек даны" миҙалы тапшырылыуы оло мәғәнәгә эйә. “Татыу һәм күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең намыҫлы хеҙмәте, фиҙаҡәрлеге менән киләсәк быуын һәм йәмғиәт өсөн бәхетле, ныҡлы нигеҙ һалыуҙарын баһалап, хөрмәтләйбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ”, - тине Айрат Закир улы.
Шулай уҡ был көндә бер ойошмала эшләүсе ғаилә парҙары ла тәбрикләнде. Район мәҙәниәт йортонда сихри моңдар яңғырап торҙо. Ни өсөн тигәндә, яҙмыштары һәм хеҙмәттәре бер ойошмала үрелеп, мәҙәниәт менән тығыҙ бәйле эшһөйәр парҙар иғтибар үҙәгендә булды. Уларҙы кеше ҙурлығындағы йомшаҡ айыуҙар бейеп ҡаршыланы. Ҡыҙыл келәмдән Вәлимә һәм Закир Өмөтбаевтар, Сәриә һәм Рәүф Мағазовтар, Фәнисә һәм Алексей Гольцовтар, Гөлшат һәм Марат Рәхмәтуллиндар, Екатерина һәм Алексей Егоровтар, Динара Бабич һәм Мираслав Иванов үтте. Ҡотлауҙар менән бергә ихлас йылмайыуҙар, һөйөү билдәһе — гөлләмәләр һәр береһенең кәйефен күтәрҙе.
Ғаилә ҡиммәттәре һынланған сарала мәҙәни өлкәлә ең һыҙғанған хеҙмәткәрҙәрҙең берҙәмлегенә дан йырланды.

Фото: район хакимиәте сайтынан.

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас