

Төбәк программаһы 2022 йылда Радий Хәбиров башланғысы менән эшләй башланы. Республика Башлығы финанслауҙы йыл һайын миллиард һумға арттырырға ҡушты.
Бөгөн Арх-Латыш ауыл биләмәһе халҡын иң борсоған һорауҙарҙың береһе — район үҙәгенә тиклемге юл. Ул инде утыҙ йылға яҡын яҡшы ремонт күргәне юҡ. Етмәһә, “Архангел — Максим Горький” юл участкаһының туҡталыштан элекке асфальт-битум заводына тиклемге өлөшө — сүп өҫтөнә сүмәлә. Ике саҡрымдай аралағы соҡор-саҡырҙарҙың иҫәбе юҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре юлдың был өлөшө 2025 йылда төҙөкләндереләсәк, тип вәғәҙәләгәйне.
Яҡшы хәбәрҙәрҙән — ниһайәт, Горный ауылы янындағы оло юлдың бер бәләкәй өлөшөнә асфальт түшәлде. Хәҙер бер саҡрымды тип-тигеҙ юлдан шыжлатып ҡына елдереп үтергә була. Артабан ҡәҙимгеһе башлана. Максим Горький ауылына ингәнсе соҡорҙарҙар ҙа ямалды.
Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр. Юлдарыбыҙ киләсәктә ипләнер. Көтәйек әле.
Дилара Бәҙретдинова.
И.Бәҙретдинова фотоһы.