Инйәр
+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
15 Май , 05:13

Йырсы ҡоштай беҙ Тыуған илемдә, ҡояш балҡыһын аяҙ күгемдә

Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге  йылы,  Башҡортостанда  Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған смотр-конкурста һәр ойошма, учреждение  үҙешмәкәрҙәре  үҙҙәренең   йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтеүҙе дауам итә. 1 Майҙан һуң  үҙәк район дауаханаһының аҡ халатлылары сәхнәгә сыҡты.

Йырсы ҡоштай беҙ Тыуған илемдә,  ҡояш балҡыһын аяҙ күгемдәЙырсы ҡоштай беҙ Тыуған илемдә,  ҡояш балҡыһын аяҙ күгемдә
Йырсы ҡоштай беҙ Тыуған илемдә, ҡояш балҡыһын аяҙ күгемдә

 Баш табиб Юлай Мәзитовҡа   “Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире Марина Рацен  тарафынан  фестиваль штандарты тапшырылғас, “һабантуй” башланды. Берҙәмлектәге көстө   яҙғы байрамда  икәнлеген  улар  матур тамашаларҙа сағылдырҙы. Ысынлап та, бындай сара төрлө милләт вәкилдәрен  бергә туплай: күңел асыу, бәйгеләрҙә көс һынашыу —  дуҫлыҡ  һәм  татыулыҡтың  яҡшы  үрнәге.

 Бер-бер артлы  башҡорт, рус, татар  кейемдәрендә хеҙмәткәрҙәр  күренде. Дәртле бейеүҙәренә, башҡорт һәм рус телдәрендәге йырҙарына залдағыларҙың кәйефе күтәрелеп,  аяҡтар тыпырлап  киткәндәй булды.   Екатерина Лежневаның   “Ер-Әсә”һен тыңлағанда  ҡарты-йәше уй-хыялдар тулҡынында бәүелде. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың вокаль төркөмө тыуған яҡты данланы: “Тыуған яҡтың  гүзәллеген  мәңге  күреп туйманым”, - тигән юлдарҙы ишетеүгә Башҡортостандың  икһеҙ-сикһеҙ ялан-баҫыуҙары, урман-тауҙары,  йылға-күлдәре, иҫ киткес тәбиғәте интерактив таҡтала күрһәтелә барҙы.

   Анжела Бәҙретдинованың     “Минең ғаиләм”  йырын  зал көслө алҡыштарға күмде. Һуңынан улы һәм ҡыҙын ҡосағына алыуы  күңелде иретерлек күренеш ине. Гөлзиә Шәрифуллина уҡыуында  М. Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиянмын”  аһәңле яңғыраны, зал тын да алмай тыңлап, дәррәү ҡул сапты. Ольга Антипина һәм Наталья Швецованың  сығышы ла һәр кемдең  күңеленә хуш килде. Альмира Ғилманованың лирик йыры хистәр өйөрмәһенә алып инде. Ришат Базановтың “Кисер мине, әсәй, ғәфү ит”те башҡарыуы  яугирҙәребеҙҙе иҫкә төшөрөп, көнүҙәк теманы яҡтыртты.  Балаларҙың үзбәк бейеүен  архангелдәр  яратып ҡараны. Әлфира Ноғаманова  М.Кәримдең “Ҡайын япрағы  тураһында”ғы шиғырын һөйләгәндә  күңелдә  ғорурлыҡ тойғоһо урғылды.

 Бер тынала уҙған йөкмәткеле бәйгенән  райондаштар һүнмәҫ дәрт, илһам алып таралышты.

                                                     Миләүшә Бәширова.

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас