Инйәр
+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән...
15 Май , 05:09

Йырҙар, моңдар яҙғы таң төҫлө, дәртле бейеү ялҡындай көслө

     Район мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостанда  Ҙур һәм татыу ғаилә йылы айҡанлы  үҙешмәкәрҙәрҙең  фестивале  дауам итә. 29 апрелдә “Йәйғор” үҫмерҙәр клубы, “Импульс” балалар ижади йорто, “Тирмәкәй”, “Әкиәт” балалар баҡсалары,  Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы коллективтарының смотр-конкурсына халыҡ күпләп йыйылды.

Йырҙар, моңдар яҙғы таң төҫлө, дәртле  бейеү ялҡындай көслөЙырҙар, моңдар яҙғы таң төҫлө, дәртле  бейеү ялҡындай көслө
Йырҙар, моңдар яҙғы таң төҫлө, дәртле бейеү ялҡындай көслө

Олег Газмановтың рухлы йыры яңғырай: “Мин рус, мин татар, мин чечен, мин башҡорт, Беҙ барыбыҙ ҙа илебеҙҙең берҙәм халҡы. Бүрәт һәм йәһүд, дағстан, инғуш... Кем бында тыуған, Тыуған илен бында тапҡан. Рәсәй дәүләтендә бергә тупландыҡ!” Бер-бер артлы  төрлө халыҡтарҙың милли кейемендә  балалар һәм өлкәндәр күренде (“Тирмәкәй”).   Өс егеттең ҡулында  Рәсәй, Башҡортостан, Архангел  районы байраҡтары! Тыныс ҡына ултырған  тамашасыларҙы  патриотик йыр йәнләндереп ебәрҙе.

    “Берҙәм халыҡ — берҙәм ил” тип исемләнгән сара  ғәжәп күренеш менән башланды. Ауырғазы күп профилле колледжы  Архангел филиалы  сәхнәләштергән тамашала  дуҫлыҡ һәм татыулыҡҡа баҫым яһалыуын  һәр кем  ихлас  ҡабул итте. Рус, башҡорт, татар егеттәре үҙҙәренең берҙәмлеген дәллиләп,  тәбиғәттең гүзәл ерен һайлап,  йәнәш йорттар  төҙөп,  барлыҡҡа килгән  ауылды юҡҡа ҡына “Халыҡтар дуҫлығы” тип атаманылар.  Өй  туйлау, күңел асыу ҙа бергә йыр-моң менән   дауам итте.

     “Әкиәт” балалар баҡсаһы кескәйҙәре  хеҙмәт һәм икмәккә дан йырланы. Бәләкәй ҡыҙҙарҙың оҫталығына, үҙҙәрен иркен тотоуына хайран ҡалырлыҡ. А.В.Спиридонованың (“Йәйғор” ) башҡарған һағышлы йыры дәһшәтле йылдарҙы  иҫкә төшөрөп, йөрәктәрҙе һағышҡа сорнаны. Ә инде  ҡара кейемдәге  өс ҡыҙҙың  (“Импульс”)  “Май айы” бейеүе интерактив таҡтала  Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың батырлығы тураһындағы фильмдан өҙөктәр күрһәтелеүе менән үрелеп барыуы күҙҙәрҙе йәшләндерҙе, уй-хыялдар уртаһында ҡайнатты. Нурисламова Ринэль “Минең Рәсәй” ҙе башҡарғанда “Импульс”  тәрбиәләнеүселәре берҙәмлекте флагтар елберҙәтеп күтәрҙе, күңелдәрҙә вайымһыҙлыҡ ҡоршауы һүтелде. “Беҙҙең уйнар,көлөр ерҙәр, беҙҙең ил һандуғас һайрар ил”,-тигән куплеттарҙы ишетеүгә  зал  Юламанов Асҡарҙы (“Импульс”)  көслө алҡышланы. А.Х.Нурисламова, А.А. Юламанова йырҙары, А.Ш.Хәйруллинаның (“Тирмәкәй”) “Тыпырҙаҡ” бейеүе, бәләкәй балаларҙың “Бейе”, “Башҡорт-рус миксы”  һоҡландырҙы. Нурисламова Ринэлдең “Архангел районы” шиғырына залдағылар дәррәү ҡул сапты.

     Аҙаҡҡы “Зәңгәр күлдәр” бөтә коллективтарҙың да  мөһим смотр-конкурсҡа ентекле әҙерлеген һәм берҙәм булыуҙарын  иҫбатланы. Күркәм  концерт тамам, бигерәк тә ата-әсәләр  ҡәнәғәт,   сөнки ғәзиздәре   илһамлы сығыштары менән  күңелдәренә бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ өҫтәп, иңдәренә ҡанат ҡуйҙы.

 

                                                 Миләүшә Бәширова.

Автор:Милавша Баширова
Читайте нас