

Барыһының да кәйефе шәп, күңелдәре күтәренке ине был көндә. Татлы ризыҡтың ҡасан һәм ҡайҙа барлыҡҡа килеү тарихы менән танышыу уларҙы илһамландырып ебәрҙе. Традицион формала пасхаль бешеренеү, тәмлекәстең үҙенсәлектәре тураһында ла мәғлүмәтле булдылар. Шулай уҡ ҡамыр баҫыу, уны әҙерләү серҙәре мөһим икән, татлы аҙыҡ ҡабарып, йомшаҡ, хуш еҫле бешһен һәм текстураһы аҙаҡтан биҙәү өсөн уңайлы булырға тейешлеген белделәр. Һүрәт иғтибарҙы йәлеп итерлек матур булһын өсөн тырышлыҡ ҡына түгел, ә бөхтәлек һәм йыйнаҡлыҡ кәрәклеген төшөндөләр. Малайҙар һәм ҡыҙҙар бар һәләттәрен эшкә егеп, ныҡышмалы һәм етди рәүештә тотондо. Һуңынан әҙер перәниктәрҙе төрлө төҫтәге кондитер онтаҡтары һибеп тамамлап, ҡыуандылар. Һәр уҡыусы бер нисә татлыҡай биҙәне, уларҙы өйгә алып ҡайтып яҡындарын һыйлау мөмкинлегенә ифрат һөйөнөп, күтәренке кәйеф бүләк иткән йөкмәткеле саранан ҡәнәғәт таралышты.
Ошондай оҫталыҡ дәрестәре йәш быуынды ижади мөхиткә ылыҡтырырға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, күңелдәрендә изгелек, мәрхәмәтлек, бер-береңә ярҙам итеү, рәхимлек тойғоһо уятып, берҙәмлеккә өндәй.
Миләүшә Бәширова.