Инйәр
+27 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
15 Мая , 05:50

Вәт был ҡырмыҫҡа, зитҡа тейә бит!

Һәр йылдағыса баҡсала ҡырмыҫҡа күп. Күптәр сәскәләрҙе, йәшелсә-емеште, ағастарҙы ҡоротоусы был бөжәктән нисек ҡотолорға белмәй. Уларға ҡаршы көрәшеүҙең бер нисә һөҙөмтәле ысулы бар.

Вәт был ҡырмыҫҡа, зитҡа тейә бит!Вәт был ҡырмыҫҡа, зитҡа тейә бит!
Вәт был ҡырмыҫҡа, зитҡа тейә бит!

Баҡсала ҡырмыҫҡа күрһәгеҙ, ояларын көрәк менән ҡаҙып, ҡайнар һыу һибегеҙ. Уларҙың ер аҫты юлдарына бор кислотаһы, аш һеркәһе, сода, тары ярмаһы һибергә мөмкин. Ҡырмыҫҡалар менән көрәште иртә яҙҙан баш-лағыҙ. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ҡулланыла торған ағыуҙы ла һибергә була. Был эште бер нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк.
Дегет еҫен дә яратмайҙар. Поролонды дегеткә манып, ағастарға, теплица эсенә һөртөгөҙ. Ҡыуаҡлыҡтарға улар үлән бете (тля) ташый. Ботаҡ осонда ҡырмыҫҡа бар икән, тимәк, был ағасты эшкәртергә кәрәк.
Бор кислотаһын ҡаты итеп бешерелгән йомортҡа һарыһына ҡушығыҙ ҙа, бәләкәй йоморсаҡтар эшләп, ҡырмыҫҡа күпләп йөрөгән урындарға һалығыҙ. Нескәбилдәр помидор һабаҡтарының еҫен дә яратмай. Әгәр ҙә ҡоротҡостарға ҡаршы былар ғына ярҙам итмәһә, «Абсолют», «Анти-муравей», «Великий воин», «Муравьин», «Муратокс», «Диазинон» кеүек химик препараттарҙы ҡулланырға тура киләсәк. Бына шулай.

 

Беҙҙең МАХ-тағы каналыбыҙға ҡушылығыҙ https://web.max.ru/-69468596543546

Автор:Мухаметьянова А.
Читайте нас