

— 80-се йылдарҙағы дефицит заманы күптәрҙең хәтерендәлер. Артыҡ күп уйынсыҡтар ҙа булманы. Әле лә иҫләйем, һары сәсле ҙур ғына ҡурсағым бар ине, ҡулынан тотһаң атлай торғайны. Ә биш йәшлек тыуған көнөмә ата-әсәйем алдан ниндәй бүләк кәрәклеген һораны. Мин йомшаҡ айыу тинем. Шунан һуң, инәйем Белоретта йәшәгән бер туған һеңлеһенә биш һум аҡса биреп, кәрәкле уйынсыҡты һатып алырға ҡушты. Ләкин магазиндарҙа уны осратмаған. Бәхеткә күрә, ул ваҡытта дөйөм ятаҡта йәшәгән таныш ҡыҙының йомшаҡ айыуы булған. Апайым шуны беҙгә килтерҙе. Ныҡ шатландым, көнө буйы ҡулдан төшөрмәй уйнай, бергә йоҡлай торғайным, ҡайҙа барһаҡ та үҙем менән йөрөттөм. Хәҙер дүрт бала әсәһемен, ә ҡәҙерле бүләк һаман да һаҡлана, - тип һөйләне Азалия Таип ҡыҙы.