

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 81 йыл үтһә лә, яу яралары һаман йөрәкте тетрәндерә. Барыһы ла — халыҡ хәтерендә. Йыл һайын беҙ тарихыбыҙға, тыныслыҡ өсөн ҡорбан булған һалдаттарға ихтирамыбыҙҙы белдереп, бергә тупланабыҙ. Быуындар күсәгилешлеге һаҡлана, тормош үҙгәрә, тик майҙың 9-ы ғына үҙгәрешһеҙ ҡала. Совет халҡы тарафынан ҡан-ҡойошло осорҙа Бөйөк Еңеү яуланыуын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Һәр ғаиләлә атай-олатайҙар, ҡартатайҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында һаҡланған мәғлүмәткә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтып ҡарарға мөмкинлек булыуы ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәргә бына тигән һабаҡ. Бер нәмә лә, бер кем дә онотолмай! Дәһшәтле ваҡиғаларҙың иҫән ҡалған шаһиттары һәм “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!”-тип, билде биштән быуған тыл эшсәндәре өсөн дә был үтә шатлыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡайғы-хәсрәтле лә байрам.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан тамаша залында һуғыш йылдарына ҡағылышлы эстәлекле кинотаҫма күрһәтелде, һуңынан йәштәр “Еңеү вальсы”нда өйөрөлдө. Уға өлкәндәр ҙә ихлас ҡушылды.
Архангел ауылының үҙәк майҙынында 9 Майҙа митинг ойошторолдо. Унда ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район Советы рәйесе Леонид Семенчук, район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, район ветерандары һәм хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Айтуған Абдрахманов илебеҙгә тыныслыҡ теләп, изге теләктәр юлланы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы— Ҡоролтай депутаты Юлия Краснова ҡотлау сәләмдәре менән ҡыҫҡаса телмәр тотто. Абруйлы ҡунаҡтар — тыл һәм хеҙмәт ветерандарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелде, Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең, район мәҙәниәт йорто ижади коллективтарының һәм үҙешмәкәрҙәрҙең сығыштарын улар илһамланып ҡараны.
Үҙәк майҙанда рухлы, патриотик йырҙар яңғыраны. Левитандың үҙенсәлекле тауышын ишетеп, һәр кем тын ҡалды. Фашистарҙың илебеҙгә ябырылыуы, йәше-ҡарты яуға күтәрелеүе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, ҡанлы алыш һәм һәр ғаилә өсөн шатлыҡлы хәбәр — Еңеү яуланыуы тураһындағы сәхнәләштерелгән йөкмәткеле тамашаны халыҡ күҙ йәштәре аша ҡарағандыр, моғайын.
Парад — сараның етди өлөшө, уның башланыуын һәр кем түҙемһеҙлек менән көттө, хатта, көн боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан, болоттар араһынан ҡояш йылмайып, нур-уҡтарын ергә төбәгәс, күңелдәргә шатлыҡ сатҡылары һибелде. Бер-бер артлы ҡупшы кейемдәрҙә уҡыусыларҙың тигеҙ сафтарҙа үтеүе ғорурлыҡ тойғоһон уғата көсәйтте.
Метроном тауышы ишетелеүгә, тирә-яҡта тынлыҡ урынлашты: тыныс һәм матур киләсәгебеҙ өсөн һәләк булғандарҙың рухын иҫкә алып, баштар түбән эйелде.
Тантана аҙағында почетлы ҡарауыл һәм халыҡ ағымы Мәңгелек ут янына йүнәлде. Таҡтаташҡа исемдәр яҙылған мемориал эргәһе “Дан гирляндаһы”, веноктар һәм сәскәләргә күмелде.
Ялан кухняһының бутҡаһын тәмләгәс, Еңеү паркы янындағы сәхнәлә йыр-моң, бейеүҙәр оҙаҡ ҡына дауам итте. Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған “Берҙәм халыҡ — берҙәм ил” фестивале финалистарының концерты Еңеү байрамының сағыу биҙәге булды.
И.Куркова фотоһы.