Инйәр
+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
7 Мая , 09:59

Мөрйәнән төшкән

Максим Горький ауылында йәшәүсе ғаилә пары мейес мөрйәһен таҙартҡан мәлдә өкө балаһын тап иткән.

Мөрйәнән төшкәнМөрйәнән төшкән
Мөрйәнән төшкән

— Мейес йүшкәһен тартып, ҡыш буйы йыйылған ҡоромдо төшөрҙөм дә, ҡырҙарын һеперәм тип бышты эскәрәк тығыуым булды, йомшаҡ ҡына бер нәмә битемә “лап” итеп бәрелде. Ҡурҡырға ла өлгөрмәнем.

Өкө балаһы булып сыҡты. Саҡ тотоп алдыҡ үҙен. Мөрйә эсенә ҡайһылай килеп эләккәндер инде?

Күҙҙәре һап-һары. Башы өйөрөлөп йөрөй. Үҙе бигерәк матур. Баҡсаға сығарып осорҙоҡ. Шыршы башына барып ҡунаҡланы. Эңер төшкәс, инәһе тауышынан эҙләп табасаҡ.

Өкө балаһына юлыҡһағыҙ, уға тейергә ярамай.  Сөнки ҡошсоҡ  юғалмаған, ә ҙурайып ояһынан сығып ҡына киткән. Ололары тауышынан танып, ашатып тора. Өкөләр шулайыраҡ үҫә шул, — тип  һөйләне Флүзә ханым.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото Ф.Ҡрымбаева тарафынан ебәрелде.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас