Инйәр
+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
7 Мая , 04:02

Ҡарт олатайым менән ғорурланам

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 81 йыл үтеп тә китте. Йылдар йырағайһа ла халыҡ күңелендә кисерештәр, хәтирәләр  һаман һаҡлана.

Ҡарт олатайым менән ғорурланамҠарт олатайым менән ғорурланам
Ҡарт олатайым менән ғорурланам

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 81 йыл үтеп тә китте. Йылдар йырағайһа ла халыҡ күңелендә кисерештәр, хәтирәләр  һаман һаҡлана.

Минең ҡарт олатайым Ғәлиәхмәт Әбҡәҙир улы Янбаев 1912 йылда Тәүәкәс ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда ул Зөләйха өләсәйем (Оҙондар ауылыныҡы) менән яңы ғына ғаилә ҡороп, колхозда тир түгеп йәшәп ятҡандар.  Рәшиҙә һәм Фәриҙә исемле ҡыҙҙары ла булған. Фашист Германияһының илебеҙгә ҡаршы яу асыуын ишеткәс тә ҡарт олатайым беренсе көндәрҙә үк башҡа ир-егеттәр менән фронтҡа оҙатыла. Күптәре ошо китеүҙән башҡа әйләнеп ҡайтмай. Олатайым да иҫән-һау ҡайтырына ышанмай.  Хушлашыр алдынан: “Һеҙҙе бер ҙә етем иткем килмәй”,— ти.

Польшаны азат итеүҙә, Сталинград һуғышында һәм башҡа яуҙарҙа ҡатнаша. Аяуһыҙ бәрелештәрҙең береһендә уларҙың взоды ҙур юғалтыу кисерә һәм дошман ҡамауында ҡала. Совет һалдаттары һуңғы көстәренә тиклем оборонаны тоторға тырыша, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фашистар өҫтөнлөккә сыға һәм олатайым башҡа иҫән ҡалған һалдаттар менән әсирлеккә алына. Ул ваҡытта пленға төшөү ҙур енәйәт ҡылыу менән тиңләштерелә.

Тотҡонлоҡта илбаҫарҙар  төрлө яуызлыҡтар күрһәтә. Аслыҡ, ауыр эш, туҡмалыу һәм башҡа ғазаптарҙы татырға тура килә Ғәлиәхмәт Әбҡәҙир улына. Аслыҡтан интеккән һалдаттар сәнскеле сым аша ҡулдарын тығып, йәшел үләнде ашарға  маташҡанда немецтар уларға атып күңел аса.

Мыҫҡыллауға түҙмәгән олатайым баштан уҡ   ҡасыу юлын эҙләй башлай. Бер иптәше менән ныҡлы килешеп, әҙерләнеп уңайлы мәл көтә. Ниһайәт, быҫҡаҡлап ямғыр яуған, ҡап-ҡара төн уртаһында ирҙәр ҡыйыу аҙым яһай. Ас, яланғас, йонсоған әсирҙәр йән асығына ҡайҙандыр көс табып, ҡаршылыҡтар аша лагерҙан сыға. Көндөҙ урманда йәшенеп ятып, үлән тамырҙары, хатта бөжәктәр менән туҡланып,  төнөн артабан юлланалар. Бына бер мәл ташландыҡ ауылға килеп етәләр. Иң ситтәге өй тәҙрәһенә һаҡ ҡына туҡылдатҡас, оло йәштәге инәй ишек аса. Ҡатын ҡасҡындарҙың совет һалдаттары икәнен шунда уҡ һиҙә. Уларҙың тамаҡтарына ашатып, ял иттереп, юл күрһәтеп оҙата. Хушлашҡанда олатайымдың муйынына бетеү таға (ҡатын мосолман була) һәм: “Ошо доға һине имен-аман тыуған ереңә, ғаиләң эргәһенә  ҡайтырға ярҙам итер. Уны юғалтма, һаҡла”, — тип әйтә. 

Бер аҙҙан ҡасаҡтар совет ғәскәренә ҡушыла. Кисәге әсирҙәрҙе эткеләп-төрткөләп тикшереп, һорауҙар алып, яңынан сафҡа индерәләр. Артабанғы яу юлында плендан ҡасҡандарға барыбер икенсе төрлө һалҡын ҡараш һаҡлана.

Һуғыш бөтә, олатайым ауыр яралар алһа ла имен-аман тыуған ауылына ҡайтып төшә. Ә теге бетеү бөгөн уның кесе ҡыҙының ейәнендә (дүртенсе быуын) һаман һаҡланып килә.

Әсирлеккә төшкән һалдаттарға Граждандар һуғышы дәүеренән үк ғәҙелһеҙ ҡараш йәшәгән. Уларҙы бер ниндәй тикшереүһеҙ, хөкөм сығармай шунда уҡ атҡандар. Шуға күрә немец лагерҙарына эләгеү миллионлаған совет һалдаттары һәм офицерҙары өсөн аяныслы һынау һаналған.  Байтаҡ өлөшө, шул иҫәптән минең ҡарт олатайым да, был хурлыҡ тамғаһын тиҫтәләрсә йылдар йөрөткән.

Ғәлиәхмәт Әбҡәдир улын да һуғыштан һуң комиссариатҡа йыш саҡырталар, ҡат-ҡат һорау алалар. Ул быны бик ауыр кисерә. “Һуғыш береһен дә йәлләмәй. Минең урында  кем булһа ла ҡала алыр ине. Фашист лагерына  үҙ иркебеҙ менән эләкмәнек, беҙ һуғыштыҡ, еребеҙҙе дошмандан һаҡланыҡ. Яраланған, хәлһеҙләнгән һалдаттар һуңғы минутҡа тиклем позицияларҙы бирмәне, ярҙам көттө. Ғәҙелһеҙлектең өҫтөнлөккә сығыуы бик үкенесле”, — тип һөйләр булған.

Йылдар үткәс, тотҡонлоҡҡа төшкәндәргә мөнәсәбәт тә ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Меңәрләгән совет һалдаттарына ҡара яҡҡан хөкүмәт, үҙе үк уны алып ташлай. Кемдәр иҫән ҡалған улар дөрөҫлөктөң еңеүенә шатлана, ә байтағы был көнгә тиклем йәшәй алмай, ошоноң менән баҡыйлыҡҡа китеп бара.

Ә ҡарт олатайым Ғәлиәхмәт Янбаев менән мин ғорурланам. Эйе, ул пленға эләккән, ләкин унан ҡасырға, тыныс тормошта баҫымдарҙан һынмай, артабан йәшәргә  көс тапҡан ныҡлы рухлы кеше булған.  Зөләйха өләсәйем менән тағы ла алты балаға ғүмер биргәндәр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы  икеһе лә “БАССР-ҙың 50 йыллығы” исемендәге колхозда эшләгәндәр. Бөгөн уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре республикабыҙҙың төрлө тарафтарында донъя көтә.

Аяныслы һуғыш йылдары бар халыҡтың уй-хыялдарын, яҡты өмөттәрен пыран-заран килтереп, әллә күпме яҙмыштарҙы бутаны, матур тормошон урланы. Фашистар илебеҙҙе баҫмаһа, ҡарт олатайымдың, беҙҙең барыбыҙҙың да ғүмер юлыбыҙ башҡаса булыр ине. Шуға күрә Ватаныбыҙ азатлығы өсөн ҡанлы яуҙа алышҡан, башын һалған һалдаттарҙы онотмайыҡ!

Илйәнә Бәҙретдинова,

1-се Архангел мәктәбе уҡыусыһы.

Фото — ғаилә архивынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас