Инйәр
+16 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
7 Мая , 10:30

Һалдат ейәне — олатаһы юлынан

Батырлыҡ нәҫелдән-нәҫелгә күсә.

Һалдат ейәне — олатаһы юлынанҺалдат ейәне — олатаһы юлынан
Һалдат ейәне — олатаһы юлынан

Батырлыҡ нәҫелдән-нәҫелгә күсә. Рәмил Камил улы Камалетдиновтың  олатаһы Гәлиәхмәт Әбҡәҙир улы Янбаев алыҫ 1941-1945 йылдарҙа Ватанды фашистарҙан һаҡлаһа, бөгөн ейәне махсус хәрби операцияла неонацистар менән  һуғыша.

Гәлиәхмәт Әбҡәҙир улы Польшаны азат итеүҙә, Сталинград һуғышында һәм башҡа яуҙарҙа ҡатнаша. Аяуһыҙ бәрелештәрҙең береһендә уларҙың взоды ҙур юғалтыу кисерә һәм дошман ҡамауында ҡала. Бөйөк Еңеүҙе  ир-уҙаман һуғыш яланында ҡаршы ала.

Рәмил Камил улы Өфөлә тыуһа ла бала сағы районыбыҙҙың Тәүәкәс ауылында үтә. Инә-атаһы Гөлирә Ғәлиәхмәт ҡыҙы менән Камил Зиннәт улы уны ҡыйыу, ғәҙел, тырыш итеп тәрбиәләй.

Өфө ҡалаһының 20-се гимназияһын уңышлы тамамлағас, Рәмил Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбендә белем ала. Артабан тәртип һаҡлау органдарында эшләй. Кәләше Айгөл менән ғаилә ҡороп, Айбулат исемле ул үҫтерә.

 “Таҫма” артына  2024 йылдың көҙөндә үҙ теләге менән юллана.  ДНР һәм ЛНР-ҙағы ҙур тораҡ пункттарҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаһарманлығын Тыуған иле лайыҡлы баһалап, юғары наградалар менән билдәләй.

81 йыл элек халҡыбыҙ дүрт йыл дауамында Тыуған илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап, фашизмды тар-мар итеүгә хәл иткес өлөш индергән. Бөгөн дә  беҙ неонацизм менән көрәшәбеҙ һәм уны Еңергә тейешбеҙ.

Дилара Бәҙретдинова.  

Фотолар — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас