Инйәр
+3 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Апреля , 06:05

Яҡшы әҙерләнергә һәм үҙеңә ышанырға

Район мәктәптәре “Еңеү өсөн — 100 балл”ға ҡушылды

Яҡшы әҙерләнергә һәм үҙеңә ышанырғаЯҡшы әҙерләнергә һәм үҙеңә ышанырға
Яҡшы әҙерләнергә һәм үҙеңә ышанырға

Советтар Союзы Геройы И.А.Киселев исемендәге 1-се Архангел мәктәбендә “Еңеү өсөн — 100 балл” Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарылды. Ул сығарылыш уҡыусыларына берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеүҙә ярҙам итеү һәм юғары һөҙөмтәләргә илһамландырыу маҡсаттарын күҙ уңында тотто.

Сарала районыбыҙҙың БДИ-ны тапшырасаҡ 11-се һәм уға әҙерләнәсәк 10-сы класс уҡыусылары, уҡытыусылар,  үткән йылдарҙа  БДИ-ла юғары балл йыйған студенттар: Дунаева Анастасия (2022 йыл сығарылышы), Вашкевич Елена (2024 йыл) һәм  Губачев Кирилл  (2025 йыл) ҡатнашты.  Студенттар шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашты: әҙерлек планын нисек төҙөргә, ниндәй ресурстарҙы файҙаланырға, имтихан алдынан тулҡынланыуҙы ҡайһылай еңеп сығырға. Ҡыҙҙар-егеттәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды, тәьҫораттары менән бүлеште. Осрашыу йылы, дуҫтарса  мөхиттә үтте.

“Еңеү өсөн — 100 балл”   сығарылыш уҡыусыларына үҙ-үҙҙәренә ышанырға, әҙерлекте структуралаштырырға һәм маҡсатҡа — 100 балға ышаныс менән барырға ярҙам итә!

Юлия Колесникова,

район мәғариф бүлегенең баш инспекторы.                                                                                                                     

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас