

— Туғыҙ ауыл хакимиәте башлығы менән эшләнем, унынсыһы килгәндә, хаҡлы ялға киттем, — тип һүҙ башланы хеҙмәт юлының ҙур өлөшөн Арх-Латыш ауыл советы хакимиәтендә хәрби хеҙмәт буйынса иҫәп алып барыусы булып эшләүгә бағышлаған Рәйлә Фәрит ҡыҙы Бәширова (Басирова).
Рәйлә Фәрит ҡыҙын ауылдаштары ғына түгел, ә бөтә район халҡы үҙ эшенең оҫтаһы, алсаҡ, ғәҙел хеҙмәткәр итеп белә.
— Аҫҡын ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә биш бала үҫтек, мин — икенсе. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылымда тамамлағас, артабан шау башҡорт балаларын Максим Горькийҙағы рус мәктәбенә йүнәлттеләр. 10-сы кластан һуң, 1975 йылда Өфө полиграфия училищеһына документтарымды илттем, тик конкурстан үтә алманым. Күп уйлап тормай, Түбәнге Тагилға ағайымдарға сыҡтым да киттем. Унда 44-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып урынлаштым. Артабан автомат линиялар операторына уҡып, байтаҡ йылдар Уралвагонзаводта эшләнем. Аҙаҡ Өфөгә ҡайтып, Өфө моторҙар производство берекмәһендә хеҙмәт иттем. 1984 йылда тормошҡа сыҡҡас, Максим Горький колхозының 4-се бригадаһына килдем. Башта төрлө йүнәлештәрҙә йөрөнөм. 1986 йыл Максим Горький ауылына күсенгәс, ауыл советына хәрби иҫәп алып барыусы белгес итеп саҡырҙылар, бер юлы паспорт системаһын да алып барҙым. Хаҡлы ялға сыҡҡас та 2015 йылға тиклем эшләнем әле.
Элек бөтә ҡағыҙ эше — ҡулдан, өҫтәүенә даими хәрби тревогалар, дежурство, яҙғы-көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырылыш, медосмотрҙар һәм башҡа һанап бөткөһөҙ мәшәҡәттәр. “Призывник”тар ҙа күп була торғайны. Егеттәр әрме хеҙмәтенән йәшенеп ҡалманы — көнө, сәғәтенә тып итеп килеп баҫалар. Саҡырылыш мәлендә сараларҙы һәр саҡ башланғыс хәрби хеҙмәт уҡытыусыһы Батыргәрәй Хөрмәт улы Мәзитов менән берлектә ойошторҙоҡ.
Бөгөн элекке хеҙмәттәштәрем, етәкселәрем менән аралашып, күрешеп торабыҙ, — тип уғата йылылыҡ менән элеккеләрен иҫенә төшөрҙө хеҙмәт ветераны.
Рәйлә апайҙың үҙ эшен яратып башҡарыуы күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙарында ла сағыла. Тырыш хеҙмәте район хакимиәтенең, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариаттарының Рәхмәт хаттары һәм Грамоталары менән баһаланған.
Киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән Рәйлә Фәрит ҡыҙы бөгөн ҡыҙы, кейәүе, ейәнсәре, ейәне һәм туғандарының һөйөүен, хөрмәтен тойоп йәшәй. Улы Вадим — махсус хәрби операция яугире.
Һәр ерҙә тәртип, теүәллек талап итеүе, хужабикәнең көткән донъяһында ла сағылыш тапмай ҡалмаған.
— Йәш саҡта китаптар күп уҡыным. Бөгөн бөтәһе лә кәйефкә ҡарап...Осрашыуҙарға, мәҙәни сараларға барып киләм. Өфөгә ейәнсәремде ҡарашырға тип, һауа алмаштырып йөрөп ҡайтам.
Илебеҙ тыныс һәм һаулыҡ ҡына булһын, — ти яҡташыбыҙ.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.