

Үткән аҙнала 11-се класты тамамлаусы уҡыусыларҙың ата-әсәләре бөтә этаптар аша үтеп, рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) тапшырып ҡараны. Акция уларға имтихан процедураһын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итеү, БДИ алдындағы хәүефте бөтөрөү маҡсатында ойошторолдо.
Осрашыу мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғәфәрова һәм баш инспектор Юлия Колесникованың ата-әсәләр менән әңгәмәһенән башланды. Унда БДИ үткәреү ҡағиҙәләре, баһалау критерийҙары, психологик ярҙам ысулдары тураһында мөһим темалар күтәрелде.
Һуңынан өлкәндәр сығарылыш уҡыусылары кеүек үк теркәлеү һәм инструктаж үтте. Имтихандар пунктына инер алдынан шәхси әйберҙәрен һәм кеҫә телефондарын ҡалдырҙы. Бланкыларҙы тултырып, эштәрҙе башҡарҙы (рус теле буйынса эштең ҡыҫҡартылған варианты). “Уҡыусы”лар ысын мәғәнәһендә имтихан мөхитен тойҙолар. Саранан һуң, мәктәп психологы менән йылы һәм асыҡ һөйләшеү булды, эмоциональ көсөргәнешлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән бер нисә тренинг тәҡдим ителде.
Бындай осрашыуҙар сығарылыш уҡыусыларының ғаиләләре өсөн БДИ-ны аңлайышлыраҡ итә.
Ата-әсәләргә ярҙам итеү — уҡыусыларыбыҙҙың имтихандарҙа уңышҡа өлгәшеү юлында мөһим аҙым.
Юлия Колесникова,
район мәғариф бүлегенең баш инспекторы.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.