Инйәр
+23 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
8 Апреля , 08:01

Ыңғай хәл ителәсәгенә өмөт бар

Район баҫмаларының  һуңлап килеүе — бөгөнгө көндә Башҡортостандың күп райондары өсөн актуаль мәсьәлә

Ыңғай хәл ителәсәгенә  өмөт барЫңғай хәл ителәсәгенә  өмөт бар
Ыңғай хәл ителәсәгенә өмөт бар

 “Инйәр” һәм “Архангельский вестник” гәзиттәрен быйыл йыл башынан Өфө типографияһынан “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәте оҙаҡлатып килтерә башланы. Сәбәбен төрлөсә аңлаталар: логистика һәм транспорт проблемалары,  матбуғат биттәрен типографиянан район үҙәктәренә, ә унан ауылдарға ташыу маршруттарының  үҙгәреүе, йә транспорт ватылыуы һәм башҡалар. Улай ғына ла түгел, хатта гәзиттәрҙе төргәге менән икенсе райондарҙа  ҡалдырған, юғалтҡан  осраҡтары ла булды.

Архангел мәғлүмәт үҙәге “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте  менән берлектә ошо хәлде асыҡларға тырыша, ләкин бөгөнгә ҡәҙәр аныҡ яуап биреүсе юҡ.

“Инйәр”ҙең халыҡҡа ваҡытында барып етмәүенең эҙемтәләре һиҙелерлек. Аҡса яғынан тыш, районканың абруйы, кешеләрҙең ышанысы тора. Милли баҫмабыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш барғанда,  ошо ваҡиғалар хәлебеҙҙе ҡатмарлаштырмаһын ине. Сөнки тиражыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ ихтимал.

Хөрмәтле райондаштар, беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, килеп тыуған мәсьәләне ыңғай хәл итеү маҡсатынан ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ.  Бөгөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте  был һорауҙы контролгә алды.

Милләттәштәр! Башҡорт халҡы электән  ҡаршылыҡтарға бирешмәгән. Бәлки, был сираттағы һынау ғыналыр? Шуға күрә бер нимәгә ҡарамай бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ.

Дилара Янбаева.

А.Мөхәмәтйәнова фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас