Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Февраль , 11:54

Хәстәрлек күрәләр

Үҙен өлөшләтә йәки тулыһынса хеҙмәтләндерә алмаған оло йәштәгеләр өсөн районда социаль координаторҙар хеҙмәте эшләй

Үҙен өлөшләтә йәки тулыһынса хеҙмәтләндерә алмаған оло йәштәгеләр өсөн районда социаль координаторҙар хеҙмәте эшләй.

Уның бурысы — кешене ярҙамға мохтаж тип таныу, стационар йәки ярым стационар учреждениеға урынлаштырыу, оло йәштәге кешене ҡабул итеүсе ғаиләне әҙерләү.

Социаль координаторҙар хеҙмәте республиканың һәр районында һәм ҡалаһында булдырылған. Юридик яҡтан улар өлкән кешеләр һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән интернаттарҙың структур бүлексәләре булып тора.

Социаль координаторҙар нимә менән ярҙам итә ала: мөрәжәғәт итеүсене тыңлайҙар, мәсьәләне хәл итеү алгоритмын билдәләйҙәр,  иғтибар бүлеп, хәстәрлек күрәләр,  кешегә ниндәй ярҙам кәрәклеген билдәләйҙәр, уны  социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип таныйҙар, стационарға билдәләйҙәр йәки социаль хеҙмәткәр беркетәләр.

Был ярҙамды нисек алырға?

Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт, 1-се ҡат адресы буйынса социаль координаторҙар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ  8(34774)-22333 телефоны аша социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса квалификациялы ярҙам алырға мөмкин.

Любовь Сәлихова,

район буйынса социаль участка хеҙмәтенең социаль эш буйынса белгесе.

 

 

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас