Район прокуратураһы 2025 йылдың 30 декабрендә иртәнге 9-ҙан көндөҙгө сәғәт 16.45-кә тиклем граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” үткәрә.
Граждандар 8 (34774) 2-15-49 телефон номеры буйынса был өлкәләге ҡағиҙә боҙоуҙар, шул иҫәптән препараттар биреүҙән баш тартыу, уларҙы алыу өсөн рецепт яҙыу, рецепттарҙы хеҙмәтләндереү ваҡытын боҙоу, дарыухана пункттарында медикаменттарҙың булмауы һәм башҡа ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында хәбәр итә ала.
Айҙар Дәүләтов,
район прокуроры.