Бала туған телен кемдән белә, ҡайҙа өйрәнә? Әлбиттә, әсәһенән, атаһынан, яҡындарынан. Ғаиләлә, өйҙә башҡорт телендә һөйләшергә, үҙ телеңдә ғорурлыҡ менән аралашырға кәрәк, тип өйрәтеләр икән — сабый бер ваҡытта ла туған теленән оялмаясаҡ, баш тартмаясаҡ. Ә инде балалар баҡсаһында һәм мәктәптә лә туған телде, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырылһа, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышаныс көслө.
Архангел ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында әсә телен үҫтереү, һаҡлау йүнәлешендә әһәмиәтле эштәр башҡарыла. Тәрбиә усағында “Күбәләк” башҡорт төркөмө бар. Унда тәжрибәле тәрбиәселәр Венера Фәрүәз ҡыҙы Сәғәҙәтова менән Гөлсәсәк Рәис ҡыҙы Ғималиева эшләй.
Балалар ойошмаһының тәрбиә программаһында милли төбәк компоненты төп урын биләй. Шуға бөгөн педагогтар алдында торған бурыстарҙың иң мөһиме – кескәйҙәргә маҡсатлы рәүештә үҙ туған телен өйрәтеү, шулай уҡ халҡыбыҙҙың сәнғәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, байрамдары, йолалары, ауыҙ-тел ижады менән таныштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу. Мәктәпкәсә йәштәге балалар милли мөхиттә тәрбиәләнә, әкиәттәр, шиғырҙар, йомаҡтар менән таныша, халыҡ йырҙарын тыңлай, уйнай, милли бейеүҙәрҙе үҙләштерә.
Туған телде камиллаштырыуҙың беренсе сараһы булып уйындар тора. Уйын – бала тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө, сабыйға әҙәплелектең төп ҡәғиҙәләрен өйрәтеүҙә тәрбиәселәрҙең тоғро, ышаныслы ярҙамсыһы. Улар тәрбиә сығанағы булараҡ, кескәйҙәрҙең төрлө яҡтан үҫеүенә йоғонто яһай, бәләкәй шәхестең аңын, физик көсөн, йыр-бейеүгә оҫталығын, һүҙ байлығын арттырырға ярҙам итә. Күмәкләп эшләү, ярҙамлашыу, шәфҡәтлелек, ҡушҡанды үтәү кеүек ыңғай сифаттарҙы үҫтерә.
Бөгөнгө заман балалары менән эшләгән тәрбиәсе булараҡ, дәрестәрҙә мультимедиа ҡорамалдарын ҡулланабыҙ. Дидактик уйындар, художестволы әҙәби әҫәрҙәре, милли уйын атрибуттары, ҡурсаҡтар файҙаланабыҙ. Баҡсала халҡыбыҙҙың һәр төрлө милли йолалары уҙғарыла: “Шәжәрә” байрамы, “Ҡар һыуына барыу”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Һабантуй” , “Сөмбөлә” байрамдарын беҙҙең балалар һәр йыл һайын көтөп ала.
Муниципаль кимәлдә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, онлайн бәйгеләрҙә, форумдарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. “Алтын көҙ” ижади, “Һаумы, һаумы, әкиәт”, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү йәш сәсәндәр бәйгеләрендә беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ призлы урындар яулап тора. “Беҙ — гагаринсылар” республика олимпиадаһында тәрбиәләнеүселәребеҙ Хәйретдинова Мәҙинә, Сәйфуллин Әмир лайыҡлы сығыш яһаны.
Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Улар беҙҙең менән бер тулҡында тибрәлә. Сөнки дөйөм хеҙмәтебеҙ — балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү маҡсатында. Ошоно аңлап, һәр башланғыстарыбыҙҙы күтәреп сығырға әҙерҙәр.
Балалар баҡсаһы — бәләкәстәрҙең шат тауыштары яңғырап торған ғәҙәти булмаған мөхиттәге мөғжизәле донья. Ә бәләкәстәр өсөн был ғәжәйеп тылсымлы доньяла тәрбиәләнеү — тәүге асыштарҙың, ҡаҙаныштарҙың, еңеүҙәрҙең онотолмаҫ мәлдәре.
Балаларҙың барыһын да берҙәй ярата белгән асыҡ күңелле, изге йөрәкле кешеләр эшләй “Күбәләк"тә.
Гөлсәсәк Ғималиева,
“Тирмәкәй” балалар баҡсаһының “Күбәләк” төркөмө тәрбиәсеһе.
Автор тарафынан ебәрелгән фото.