Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Беҙ, иң мөһиме, күп ФАП-тар төҙөргә мөмкин булыуын аңлайбыҙ, әммә әгәр фельдшерҙар булмаһа, улар, асылда, ауырыуҙар менән көрәштә алғы һыҙыҡта тора, бер нәмә лә булмаясаҡ. Беҙ һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ.
Республика фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны буйынса илдә лидер булып ҡала — 2071. Тағы ла бер тапҡыр төбәк халҡының байтаҡ өлөшөн тәшкил иткән ауыл халҡын медицина ярҙамы менән тәьмин итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алам.
Айрат Рәхмәтуллин, БР Һаулыҡ һаҡлау министры:
— Республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 30 проценттан ашыуы авария хәлендә. Модуль конструкциялар ошо иҫкергән йыш ҡына бүрәнәле, санузелһыҙ, әле лә мейес менән йылытыу ҡулланылған фельдшер пункттарын алмаштыра.
Республика көнө алдынан районда өс яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үтте. Улар Ҡыҙғы, Уҫаклы һәм Басиновка ауылдарында “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Республиканың беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы ярҙамында барлыҡҡа килде. Ул бөтә граждандар өсөн, айырыуса алыҫ тораҡ пункттарҙа, медицина хеҙмәттәре сифатын һәм арзанлығын арттырыуға йүнәлтелгән.
Сарала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, шулай уҡ республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Тимерғәли Ураҙғолов һәм Юлия Краснова, район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район Советы рәйесе Леонид Семенчук, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юлай Мәзитов, Баҡалды ауыл хакимиәте башлығы Рәүф Солтанбәков ҡатнашты.
Баҡалды ауыл биләмәһенең өс яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензияһына эйә һәм заманса стандарттарға тулыһынса тап килә. Медпункттар кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған: фельдшерҙар өсөн кабинеттар, процедура, күҙәтеү, көндөҙгө стационар бүлексәләре, көтөп тороу, шулай уҡ персонал һәм медикаменттар өсөн бүлмәләр, санузелдар. Был медицина учреждениелары үҙәктән йыраҡта йәшәүселәрҙе заманса шарттарҙа сифатлы беренсел медицина ярҙамы менән тәьмин итергә тейеш.
Оло йәштәгеләргә һәм аҙ хәрәкәтсән граждандарға бинаға инеү уңайлы булһын өсөн пандустар ҙа ҡуйылған. Бынан тыш, бөтә медицина мобиль пункттарына интернет үткәрелгән. Тимәк, фельдшерҙар тиҙ арала анализ һөҙөмтәләрен тапшыра һәм белә, республиканың төп медицина учреждениелары менән кәңәшләшә ала.
Яңы ФАП-тарҙа тәжрибәле фельдшерҙар: Әлфира Ноғаманова, Фәһимә Мөхәмәтшина һәм Гөлшат Ғәлина эшләйәсәк. Улар медицина өлкәһендә тиҫтәләгән йылдар хеҙмәт итә. Ауыл халҡы өсөн бындай ярҙамдың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҡыуаныстарын белдерҙеләр.
— 135-тән ашыу кеше йәшәгән (шуларҙың 17-һе — балалар) Басиновка ауылы халҡы бөгөндән яңы ФАП-ҡа мөрәжәғәт итә ала. Мин улар өсөн бик шатмын, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Басиновка ауылы фельдшеры Гөлшат Ғәлина.
Объекттарҙы асыу дауамында Эльвира Ринат ҡыҙы фельдшерҙарға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Ирина Куркова фотоһы.