Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Сентябрь 2025, 11:39

Хәрби йыйын тәртипкә өйрәтә

Пенза ҡалаһында “Гвардеец” йәш армиясылар хәрби-патриотик йыйыны үтте. Ул өс аҙна барҙы. Ярышта Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән, шулай уҡ Запорожьенан, Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан, Белоруссиянан барлығы 18 команда ҡатнашты.

Хәрби йыйын тәртипкә өйрәтә
Хәрби йыйын тәртипкә өйрәтә

2024 йылдың мартында төбәк Башлығы Радий Хәбиров указы менән граждандарҙы патриотик тәрбиәләү буйынса Республика координация советы ойошторолдо. Уның төп бурысы – тәрбиә мәсьәләләренә системалы ҡараш булдырыу.

Рәсәй Федерация Советында хәрби-патриотик тәрбиә биреү буйынса совет ултырышында Радий Хәбиров, хәҙерге хәл йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү менән шөғөлләнергә уникаль мөмкинлек бирә, тип билдәләне. Беҙҙә, бер яҡтан, бындай тәрбиәгә ихтыяж ҙур, икенсе яҡтан, был эште профессиональ рәүештә ҡуйыу, уны тейешле кимәлгә күтәреү өсөн уникаль мөмкинлек бар, — тине Радий Хәбиров.

Пенза ҡалаһында “Гвардеец” йәш армиясылар хәрби-патриотик йыйыны үтте. Ул өс аҙна барҙы. Ярышта Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән, шулай уҡ Запорожьенан, Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан, Белоруссиянан барлығы 18 команда ҡатнашты.

Проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты һәм урындағы хөкүмәт ярҙамында 11-се тапҡыр тормошҡа ашырылды. IX – XI кластарға барасаҡ иң сыҙамлы, иң көслө, иң әүҙем 360 егет урындарҙа һайлап алынды һәм Пензаға юлланды.

Башҡортостан данын Архангел, Әбйәлил, Дыуан, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Стәрлебаш, Туймазы, Фёдоровка райондарынан, Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Дүртөйлө, Яңауыл, Октябрьский ҡалаларынан 20 егет яҡланы. “Батырҙар” командаһы етәкселәре итеп өҫтәмә белем биреү педагогтары Ирек Хәсәнбәков менән Артём Афзалов тәғәйенләнде. Ниндәй кәйефтәр, һөҙөмтәләр менән ҡайтты икән беҙҙең йәш батырҙар?

Районыбыҙҙың Тирәкле ауылы мәктәбенән Артур Нәжметдиновҡа республика йыйылма командаһы исемлегендә хәрби-патриотик йыйылыштарында ҡатнашыу хоҡуғы тейҙе. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, егет байтаҡ уңыштарға өлгәшә. Ул ныҡышмалы һәм маҡсатлы рәүештә үҙенең хыялына табан бара, төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, бер нисә тапҡыр призлы урындар яулай. Артур өсөн уҡыу ул  белем алыу ғына түгел, ә шәхес үҫеше лә булып тора.

Мәктәп уҡыусыһы үҙенең  уңыштарын, тәү сиратта, үҙенең ғаиләһе менән бәйләй. Фирүзә Мәҡсүт ҡыҙы һәм Ҡадир Фәхретдин улы егеткә һәр яҡлап ярҙам итә, уны тырыш һәм яуаплы кеше итеп тәрбиәләй. Шулай уҡ илһөйәрлек һәм спорт йүнәлештәрендә даими эш алып барған туған мәктәбе лә ҙур роль уйнай. Әйткәндәй, Артур  мәктәп “Йәш армиясылар”ының командиры.

— Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Еңеүҙең 80 йыллығына тура килгән йыйындың төп маҡсаты, әлбиттә, илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү, буласаҡ һалдаттар тәрбиәләү. Бының өсөн хәрби әҙерлек буйынса теоретик дәрестәр генә түгел, практик эштәр ҙә ҡаралғайны: автоматты һүтеп йыйыу, полигонда атыу, дрондарҙы өйрәнеү, документаль фильмдар ҡарау, шулай уҡ Рәсәй Геройҙары менән осрашыу айырыуса тулҡынландырғыс булды, —ти ул.

Үҫмерҙәр әрмеләге кеүек шарттарҙа йәшәһә лә, улар өсөн мәҙәни саралар күп ойошторолған. Пенза ҡалаһы буйлап экскурсияға сыҡҡандар: бер көн тыуған яҡты өйрәнеү музейында булһалар, икенсе көн картиналар галереяһындағы күргәҙмәгә һоҡланғандар. Волга буйы федераль округында иң ҙуры һаналған зоопарк та оҡшаған. Донъялағы берҙән-бер ағас планетарий иҫәпләнгән бинаға сәйәхәт тә ҡыҙыҡ булған. Бассейнға ла йөрөткәндәр.

– “Тархандар музей-ҡурсаулығы” тип аталған ергә экскурсияға барҙыҡ. Бында бөйөк рус шағиры Михаил Юрьевич Лермонтовтың бала сағы үткән. Күҙ алдына килтерегеҙ: мин уның эҙҙәренә баҫып йөрөйөм! Ышанырлыҡ түгел!

Төрлө ярыштар ҙа булды. Мәҫәлән, барғас та һәр команда үҙҙәре менән таныштырҙы. Әйткәндәй, “Визитка”ла беҙҙекеләр икенсе урын алды. Пейнтбол буйынса ла икенсе булдыҡ. Ә музыкаль конкурста һәм Ватан тарихы буйынса ойошторолған викторинала тәүге урынға сыҡтыҡ. Сафта йөрөү оҫталығы менән көс гимнастикаһында 18 команда араһынан өсөнсө урынға лайыҡ булдыҡ. Айырым приздарға килгәндә, Туймазы егете Алмас Әблүзин шашка буйынса икенсе урын яуланы. Дөйөм алғанда, ижади ярыштар, хәрби әҙерлек һынауҙарында үҙ-үҙеңде күрһәтеү һәм 11 спорт төрө буйынса бәйге ҡаралғайны. Һөҙөмтәлә, Башҡортостан Республикаһы командаһы – етенсе баҫҡыста, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Артур.

– 21 көндөң һәр береһе үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы үтте. Тик яҡшы яҡтан ғына хәтерҙә ҡаласаҡ улар. Үҙем ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштым, сөнки ҡурайҙа уйнайым.

Тәүҙә барыһы ла ят, аңлашылып етмәй кеүек ине. Һуңынан егеттәр менән дуҫлашып киттек. Хәрби йыйын һәр беребеҙҙе йыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә өйрәтте, – тип һүҙен дауам итте ул.

Егеттәрҙең сынығыу мәктәбе үткәнен етәкселәре лә ҡеүәтләй. Артём Раил улы әйтеүенсә, улар физик яҡтан ғына көслөрәк булып ҡайтмаған, ә холоҡтарында ла үҙгәрештәр һиҙелгән: үҙ аллылыҡ, командала эшләй, ҡарар ҡабул итә белеү кеүек һыҙаттар, яңы маҡсаттар барлыҡҡа килгән, донъяға ҡараштары киңәйгән.

Йәш армиясыларҙы ябыу тантанаһында РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров исеменән уның урынбаҫары Александр Тихонов ҡотлай.

Йыйылышта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡул сәғәте, “Гвардеец” эмблемаһы менән вымпелдар, шулай уҡ спорт һәм хәрби-ғәмәли дисциплиналарҙа еңеүҙәре  өсөн Волга буйы федераль округында граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондынан иҫтәлекле бүләктәр алды.

Гөлнара Фәйрүзова,

Тирәкле мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

 

 

Автор: Физалия  Ганеева
Читайте нас