Архангел районы “Башҡортостандың медиа офоҡтары” экспедицияһы маршрутының яңы нөктәһенә инде. Проект авторҙары Данил Винчи һәм Станислав Куляков етәкселегендәге команда тәбиғәт һәм мәҙәни иҫтәлекле урындар тураһында материалдар төшөрөү маҡсатында беҙҙең районда ла булды. Визит барышында ғибәҙәтхана, шарлауыҡ, тау пейзаждары, мәмерйә һәм башҡа урындар һүрәтләнә, улар менән беҙҙең район дан тота.
Был кадрҙар республиканың ғәжәйеп мөйөштәре тураһында видеороликтар серияһына инәсәк. Команда Башҡортостанды яңы яҡтан асырға һәм туристарҙың иғтибарын үҙенсәлекле маршруттарға ҡыҙыҡһыныуын уятасаҡ.
— Был проект беҙҙең өсөн медиа-сәйәхәт кенә түгел, ә Башҡортостандың ғәжәйеп мөйөштәрен асыу, уның мәҙәни һәм тәбиғи байлығын күрһәтеү, кешеләрҙе тыуған яҡтарын өйрәнеүгә илһамландырыу мөмкинлеге. Видеоматериалдарыбыҙ төбәктә туризмды уңайлыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ итергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Был юлда беҙгә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт! Алда күп ҡыҙыҡлы нәмәләр көтә, һәм беҙ эштең тәүге һөҙөмтәләре менән уртаҡлаша алырлыҡ мәлде түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Яңылыҡтарҙы күҙәтегеҙ! — тип уртаҡлашты Данил Винчи.
Районыбыҙ үҙенең бай мираҫы менән ғорурлана. Видеофильмдар сентябрь аҙағында — октябрь башында сығасаҡ һәм проект берләшмәһендә баҫыласаҡ.
Проект “"Рәсәй йәштәре. Гранттар” һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы тормошҡа ашырыла.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә күп бурыстар рәтендә йәштәргә ҡағылған тәҡдимдәр ҙә индерҙе. “Ғаилә”, “Рәсәй йәштәре”, “Кадрҙар” кеүек яңы милли проекттар ҙа, перспективалы технологик башланғыстар ҙа кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Был – иң мөһиме.
Илебеҙ Президенты башлап ебәргән милли проекттар маҡсаттарыбыҙҙы аныҡ билдәләй һәм уларға өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр бирә. Башҡортостан 14 милли проектта ҡатнаша, уның сиктәрендә беҙ төбәк проекттарын тормошҡа ашырабыҙ. Улар төрлө өлкәләргә ҡағыла: мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт, экология, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм башҡалар.
Физәлиә Ғәниева.
Фото — район хакимиәте сайтынан.