Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Беҙ Башҡортостанда намыҫлы бизнесҡа уңайлы булһын өсөн бик күп эшләйбеҙ. Эшҡыуарлыҡ ойошмалары менән тығыҙ эш итәбеҙ. Инвестиция, эшҡыуарлыҡ сәғәттәрен һәм эшлекле берләшмәләр менән осрашыуҙарҙы даими үткәрәбеҙ. Республикала власть асыҡ, бизнеста был һиҙелә. Беҙ артабан да эшҡыуарҙарға уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыуҙы дауам итербеҙ.
Республикала 2024 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн 1 миллиард һум бүленгән, шуларҙың 445 миллиондан ашыуы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
Муниципаль берәмектәр республика бюджетынан 100 миллион һум һәм урындағы бюджеттарҙан 80,5 миллион һум алды. Субсидиялар 485 бәләкәй һәм 28 үҙмәшғүл граждандарға бирелде.
Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам тураһында район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Виктор Пьянов таныштырҙы. Ул муниципалитет етәкселегенең төрлө өлкәләрҙә эшләгән урындағы эшҡыуарҙарға нисек ярҙам күрһәтеүе тураһында һандар килтереп:
— Финанс ярҙамына 2024 йылда урындағы бюджеттан – 200 мең һум, республика бюджетынан (берлектә финанслау шарттарында) 128 мең 955 һум бүленде. 2024 йылда БР-ҙың Хеҙмәт министрлығы йүнәлеше буйынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн һигеҙ гражданға 2,7 миллион һумлыҡ, ике кешегә — шәхси предприятие асыу өсөн 320 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Районда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү муниципаль программаһы буйынса гранттар дүрт яҡташыбыҙ алды, – тине ул.
– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына мөлкәт ярҙамын һәм ташламалы шарттарҙа субсидиялар биреү өсөн муниципаль милек реестры төҙөлдө, – тип өҫтәне.
Уҙған йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 142 мең самаһына еткән, был 2023 йылға ҡарағанда 4,3 процентҡа күберәк. Уртаса предприятиелар һаны 7,5 процентҡа, ә үҙмәшғүлдәр һаны 41,3 процентҡа арта, 263 меңгә яҡын кеше тәшкил итә.
— Виктор Леонидович, районда үҙ эшен асырға теләүселәр күпме?
— 2025 йылдың 1 ғинуарына беҙҙә 367 эшҡыуар теркәлгән. 1 июнгә был һан 396-ға тиклем артҡан. Күренеүенсә, граждандарыбыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләк белдерә.
— Ниндәй өлкәләр иң популяр?
— Башлыса сауҙа, туризм, ауыл хужалығы, төҙөлөш һәм йәмәғәт туҡланыуы.
— Урындағы эшҡыуарҙар килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, ярҙам алыуға ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?
— Муниципалитетта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам структураһы эшләй. Уға район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы, район хакимиәте башлығы ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы, Архангел районы эшҡыуарҙар советы инә.
— Виктор Леонидович, ҡыҙыҡлы һәм ентекле мәғлүмәтәрегеҙ өсөн рәхмәт.
Физәлиә Ғәниева.
Эльвира Абдулова фотоһы.