Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
14 Август 2025, 12:51

Уландарҙың ҡулдарында — илебеҙ киләсәге

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ атаһының  позывнойы аҫтында хеҙмәт итә

Уландарҙың ҡулдарында —  илебеҙ киләсәге
Уландарҙың ҡулдарында — илебеҙ киләсәге

Тәүҙә махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән Иректың атаһы юллана. Ул ауылдарында аҡҡан мул һыулы йылға хөрмәтенә Ләмәз тигән позывной һайлай. Иҫән ҡайтһа, тыуған илен яҡларға үҙенең урынына улын ебәрәсәге тураһында  әйтеп китә. Һәм шулай булып сыға ла инде. Атаһы, улын фронтҡа оҙатҡанда, бәхеткә ҡул сәғәте һәм Ләмәз позывнойын тапшыра.

— Ул уңыш килтереүсе ҡушамат, — тип кәңәш итә һалдаттың атаһы.

Әлеге көндә  Кесе Ләмәз пилотһыҙ осоу аппараты (БПЛА) операторы булып хеҙмәт итә. Өлкән Ләмәз дә алғы һыҙыҡҡа юллана, әммә башҡа позывной аҫтында.

Иректең маҡсаты — хеҙмәтендә теүәлек һәм яугирҙәргә  һауанан   ярҙам. Ул үҙ эшенең оҫтаһы. Артабан, тыныс тормошта,  нимә эшләйәсәген яҡшы белә: ҡайтҡас, был стратегик мөһим йүнәлеште камиллашырға һәм радиотехник хәүефһеҙлек өлкәһен ныҡлап төшөнөргә ниәтләй. Ә атаһы? Ул өйҙә оҙаҡ тормай. Йөрәге кире, иптәштәре янына саҡыра. Уның ҡулдары алтын һәм тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ. Ышаныслы тыл тәьмин итә: техника ремонтлай, ҡулынан килгәнсе ярҙамлаша.. Йәш яугирҙәр уға хөрмәт менән Олатай,  тип өндәшә.

Өҫтәп үтәйек, республикала Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә  түләүҙәр күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең дөйөм суммаһы бөгөнгө көндә 1 700 000 һумға барып етә. Шуларҙың 1300 000 һумы — республиканан, ҡалғандары федераль. Бынан тыш, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.

Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатының телефон номеры 8 (34765) 2-14-78.

 

Физәлиә Ғәниева.

Фото" Башинформ" сайтынан алынды

Автор: Физалия  Ганеева
Читайте нас