Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Башҡортостанда халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү — стратегик йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Республиканың һәр ҡунағы урындағы оҫталар ҡулы менән эшләнгән иҫтәлекле сувенирҙы үҙе менән алып китергә тейеш. Был да иҡтисадтың мөһим тармағы.
Районыбыҙҙа ни тиклем талантлы һәм ижади кешеләр йәшәүенә ғәжәпләнеп туя алмайһың. Һүҙ тирә-яҡтағыларҙы ижады менән һөйөндөргән, матурлыҡ булдырған оҫтабикәләр тураһында бара. Уларҙың алтын ҡулдары арыу-талыу белмәй бәйләй, тегә, сигә, хатта ағас менән дә оҫта эш итә. Ҡыҙыл Еҙем ауылында йәшәүсе Флүзә Бикташева ла шундайҙарҙың береһе. Бер нисә йыл инде ул келәмдәр һәм һөнәрселек сәнғәтенең үҙенсәлекле әйберҙәрен ижад итеп, илһамланып ҡул эштәре менән шөғөлләнә.
Флүзә апай халҡыбыҙҙың заманса туҡыу сәнғәтенең республика конкурсында ҡатнашып, “Традицион теманың заманса сиселеше” номинацияһында диплом яулай. Хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙы төрлө биҙәкле әйберҙәр тегеп, башҡа кәрәк-яраҡтар яһарға нимә этәргән?
Флүзә Бикташеваның йорто ысын оҫтаханаға әйләнгән. 12 йыл элек ул хаҡлы ялға сыға. Уға хәтлем оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе, фермала һауынсы, келәт мөдире булып та эшләй. Хәҙер ҙә бер урында тормай. Буш ваҡытында ул яңы йүнәлеште үҙләштереп тырыздар, ҡумталар һәм башҡа әйберҙәр ижад итә.
Һуңғы ике йылда һәләтле гүзәл зат сағыу төҫтәге, ҡатмарлы биҙәкле келәмдәр етештереү менән әүҙем шөғөлләнә. Флүзә Бикташева үҙе өлгөләр дизайнын яһай, һуңынан уларҙы ҡул менән туҡымаға күсерә.
— Был минең өсөн хәтер. Унһыҙ бер ни ҙә эшләй алмаҫһың. Һәр тапҡыр уйлайһың һәм аңлайһың, ә һуңынан һүрәткә тура килерлек төҫтәр һайлайһың. Мәҫәлән, зәңгәр төҫ яраймы, юҡмы, — ти ул.
Туҡыу донъяһында тәүге аҙымдарын Флүзә ханым оҫта Фәһимә Хәлилова етәкселегендә яһай, һәм уның уңыштары остазды ысын мәғәнәһендә ҡыуандыра.
— Мин уға өлгөләрҙең нисек төҙөлгәнен һәм ептәрҙең үрелгәнен күрһәттем, ә һуңынан ул үҙе биҙәктәр яһарға һәм туҡырға өйрәнде – был ысын сәнғәт, — ти Фәһимә апай.
Оҫтабикә күнекмәләрҙе артабан да үҫтерергә хыяллана. Ул үҙенең ҡул эштәрен бик тәнҡитле баһалай. Флүзә ханым һарыҡ йөнөн эшкәртеүҙе үҙләштерергә һәм унан келәмдәр ижад итергә ниәтләй. Уның фекеренсә, оҫта яҡшы зауыҡлы рәссам да булырға, сигеү тарихын белергә һәм аныҡ иҫәпләүҙәр яһарға тейеш. Кешенең ҡулынан килмәгән эше юҡ, теләктән тыш тырышлыҡ ҡына кәрәк. Ә ижады һөҙөмтәһе яңы үрҙәр яуларға илһам бирә. Флүзә Бикташева ла киләсәктә лә яңы емештәре менән йәнә һөйөндөрөр әле.
Балаҫ һуғыу — башҡорт халҡының борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы — аҫалы балаҫ борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе. Башҡорт балаҫының халыҡсанлығы, эпик мәғәнәһе, зауыҡлы төҫтәрҙә балҡышы бик юғары баһалана. Тағы бер матур яңылыҡ: аҫалы балаҫ патент алған, бынан һуң ул республикабыҙҙың визит карточкаһы буласаҡ.
Физәлиә Ғәниева.
Фото "Башинформ" сайтынан алынды