Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Август 2025, 12:45

Бөркөт-һауала, батыр яуҙап һанала, ти халыҡ мәҡәле

Ниндәй генә замандарҙа ла беҙҙең армия үҙенең яугирҙәре менән дан тота

Ниндәй генә замандарҙа ла беҙҙең армия үҙенең яугирҙәре менән дан тота. Быуаттар, йылдар үтә, яугирҙәрҙең формаһы, ҡоралдары камиллаша, әммә бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала – ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм Тыуған илгә оло һөйөү. Беҙҙең һәммәбеҙҙең ғаиләһендә Ватанды һаҡлаусы ошондай үҙ геройҙарыбыҙ – атайҙар, ағай-энеләр, олатайҙар бар.

Яҡташтарыбыҙ ҡайҙа ла, ҡасан да һынатмай. Фиҙаҡәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн ошо көндәрҙә Юлдыбай хәрби ҡушаматлы яугир “Батырлыҡ өсөн” ордены менән бүләкләнде. Ул 2024 йылдан бирле алғы һыҙыҡта ил мәңфәғәттәрен яҡлай.

Белорет районының Береш ауылында тыуып-үҫкән егет  бала сағында башҡа малайҙарҙан шуҡлығы, шаянлығы, эшһөйәрлеге менән айырылып тора, һәр саҡ өлкәндәрҙән айырылмаҫҡа һәм өлгө алырға тырыша. Башланғыс мәктәпте Береш  ауылында, 9-сы класты Берештамаҡ мәктәбендә тамамлап, Белорет ҡалаһындағы физкультура колледжына уҡырға инә.  Ҡулына диплом алған егетте 2013 йылда әрме сафына саҡыралар. Хәрби хеҙмәтте ул Алыҫ Көнсығыштағы Уссурийск ҡалаһында үтә.

— Тәүҙә стрелок, аҙак гранатометсы, артабан взвод командиры урынбаҫары, отделение командиры, взвод командиры вазифаһын башҡарҙым, — ти ул.

Әрменән һуң, бер нисә йыл, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөп. 2017 йылда Айытмәмбәт һылыуы Зөлфиә  менән танышып, ҡыштың йәмле ғинуар айында гөрләтеп туй уҙғаралар.  Шулай итеп, яңы йылда яңы ғаиләгә нигеҙ һалып, йәштәр Инйәр ҡасабаһында  төпләнәләр. Тормоштарына йәм өҫтәп бер-бер артлы улдары Айсар, ҡыҙҙары Эмелия тыуа.

— Тырышып Себер тарафтарында эшләп йөрөгән еренән, ил алдындағы бурысын башҡа ир-егеттәр  кеүек үтәргә тип, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө. Беҙҙең ғаилә өсөн был бик ауыр һынау булды. Уҙған йылдың 5 июлендә  уны һуғышҡа оҙаттыҡ, — тип һөйләй яугирҙең яҡындары.

— Мин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Юлдыбай олатайымдың исемен үҙемә позывной итеп алдым. Ул һаҡлап, ҡурсап йөрөтә төҫлө, — тип шаярта егет.

Һамар ҡалаһынандағы әҙерлектәрҙән һуң, Донецк Республикаһына юлланалар. Тәүге көндән үк гранатаметсы булып хеҙмәт итә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, оҫталығы,  аралашыусанлығы, ҡыйыулығы арҡаһында хеҙмәттаәштәре араһында  абруй ҡаҙана. Артабан взвод командиры итеп тәғәйенләнә.

Алыштарҙың береһендә Юлдыбай бик ҡаты яралана.  13 километр  һуғыш барған ерҙән, тыныс урынға аҙнанан артыҡ шыуышып сыға.

— Иң ауыр һынауҙарҙың береһе — эсәр һыуға ҡытлыҡ ине, — ти ул.

Ҡаты яраланған яугиргә өс-дүрт госпиталь алмаштырып, оҙаҡ ҡына Ҡазан ҡалаһында дауаланып, ярты йыл тигәндә  ғаиләһе,  яҡындары янына ҡайтырға насип була.

Фиҙаҡәрлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” таныҡлығы, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, “МХО-ла ҡатнашыусы” миҙалдары менән наградланған. Һәм иң ҙур наградаларҙың береһе — “Батырлыҡ” ордены август айында тапшырыла.

— Яҡташтарҙың йылы эстәлекле хаттары, тыуған яҡтан посылкалар һәр һалдаттың күңелен йылыта, хәрби рухын күтәрә. Был бик мөһим һәм кәрәкле эш, — тип билдәләне яугир.

Яҡташыбыҙға ер йөҙөндәге иң ҡиммәтле нәмә – тыныслыҡ өсөн тағы бер ҡат рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ.  Тиҙерәк тыныс тормош урынлашыуын, егеттәрҙең иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатының телефон номеры 8 (34765) 2-14-78.

Маргарита Ҡотлоғәләмова,

Айытмәмбәт ауыл клубы мөдире.

 

Автор: Физалия  Ганеева
Читайте нас