Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
31 Июль 2025, 09:31

Максим Горький егетенә — миҙал!

Сәлим Хисмәтуллин Максим Горький ауылында ишле ғаиләлә тыуа

Сәлим Хисмәтуллин Максим Горький ауылында ишле ғаиләлә тыуа. Ата-әсәһе тырыш,  йүнсел булғанға күрә Хисмәтуллиндарҙың балалары бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһендә үҫә. Сәлим тиҫтерҙәре араһында эш мәғәнәһен белеүе, киң күңеллелеге менән айырылып тора. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһында һөнәри белем ала. Ғаиләһе менән ҡырҙа төпләнһә лә яҡташыбыҙ Максим Горький ауылында йәшәгән ағалары янына йыш ҡайтып тора.

Сәлим — махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы. Украина тарафтарында хеҙмәт иткән арала ул бер нисә тапҡыр ялға ҡайтты. Сираттағыһында  ул тыуған яҡтарына ашыҡты. Бында уны матур ваҡиға көтә ине. Район хакимиәте йортонда Башҡорт позывнойлы яҡташыбыҙ Сәлим Хисмәтуллинға генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды. Был дәүләт наградаһына ул хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн лайыҡ.

Уға хәрби хеҙмәте, айырым ихтирамға лайыҡ гражданлыҡ позицияһы, сыҙамлығы һәм Ватанға тоғролоғо өсөн тәрән рәхмәт белдерәбеҙ.

Дилара Янбаева.

Фото — район хакимиәте сайтынан.

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас