Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
31 Июль 2025, 09:57

Көс, батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡтың сағыу өлгөләре

Районыбыҙҙа  инвалидтар өсөн традицион турслет үтте

Көс, батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡтың сағыу өлгөләре
Көс, батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡтың сағыу өлгөләре

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Көндәлек тормошта ҡайһы бер ҙә сәләмәтлектәре сикләнгән кешеләр барлығын һиҙмәйбеҙ. Беҙҙең бурыс — улар лайыҡлы йәшәһен, үҙҙәрен кәм итеп тоймаһын, яҡшы медицина хеҙмәттәре алһын, хеҙмәт итһен, ижад һәм спорт менән шөғөлләнһен.

Олег Ротов, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.

— Туристик слетта ҡатнашыусы һәр кем  көс, батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡтың сағыу өлгөһө.  Был сараны 20 йылдан ашыу үткәрәбеҙ һәм йыл һайын бында күберәк кеше йыйыла.

Районыбыҙҙа  инвалидтар өсөн традицион турслет үтте. Унда спорт туризмында иң көслөләрҙе асыҡлау өсөн республика ҡалаларынан һәм райондарынан командалар составында 200-ҙән ашыу кеше осрашты. Сарала район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин да ҡатнашты. Спорт туризмы буйынса ярыштар Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республика ойошмаһы тарафынан беренсе йыл ғына уҙғарылмай.

Спортсылар бер нисә дисциплинала: һыу һәм йәйәүле туризм техникаһы, коляскала велотуризм, урында ориентирлашыу буйынса ярышты. Улар  ысын мәғәнәһендә поход шарттарында палаткаларҙа йәшәне, аш-һыуҙы усаҡта әҙерләне. Ҡайһы бер команда ағзалары өсөн был үҙенсәлекле тәжрибә булды.

Турслет тамамланыуға яҡынлашҡас, барыһы ла бер аҙ моңһоуланды, сөнки яңы таныштар, элекке дуҫтар менән  айырылғылары килмәне. Йәмле Инйәр буйы тәбиғәтенең  иҫ киткес мөхите, команда рухы, матурлығы бәйгеселәргә онотолмаҫлыҡ хистәр бүләк итте.

Турслет күп йылдар инде мөһим спорт ваҡиғаһы ғына түгел, ә инвалид спортсылар өсөн ҡеүәтле илһам, ярҙам һәм берләшеү сығанағы. Ул рух көсө һәм команда берҙәмлеге арҡаһында  физик һәм тормош ауырлыҡтарын еңеп сығыу мөмкин булыуын күрһәтә.

Дилара Бәҙретдинова.

А.Тиунова тарафынан ебәрелгән фото.

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас