Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
30 Июль 2025, 16:15

Тырышлығы — халыҡ мәнфәғәте өсөн

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан мәҡәлә геройы эҙләп, мөрәжәғәт иткәс, район ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе Айрат Мортазин икеләнмәй Фәзилә Исмәғзәм ҡыҙы Андрееваның исемен атаны

Тырышлығы — халыҡ мәнфәғәте өсөн
Тырышлығы — халыҡ мәнфәғәте өсөн

2024 йылдағы баһалау мәғлүмәттәре буйынса бәләкәй, урта һәм микропредприятиелар әйләнеше 1,6 триллион һумдан ашып китә, был 2023 йыл менән сағыштырғанда 11 процентҡа үҫеш күрһәтә.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

–  Үҙәктән йыраҡ урынлашҡан тораҡ пункттар  байтаҡ.  Кооперативтар — етештереүселәр һәм һатып алыусыларҙың үҙ-ара эш итеүенең мөһим һәм ҡайһы берҙә берҙән-бер дөрөҫ формаһы. Ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә урындағы етештереүселәрҙән яңы аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы хуплай. Кооперативтарға берләшкәндә,  етештерелгән нәмәләргә магазин кәштәләренә эләгеү еңелерәк.

Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан мәҡәлә геройы эҙләп, мөрәжәғәт иткәс, район ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе Айрат Мортазин икеләнмәй Фәзилә Исмәғзәм ҡыҙы Андрееваның исемен атаны. Гәзитебеҙ биттәрендә яҡташыбыҙ хаҡында яҙғаныбыҙ булһа ла, уның тормошон, эшмәкәрлеген  тағы бер тапҡыр яҡтыртыу урынлылыр.

— Тыуғаны бирле Ләмәземдәмен. Ошонда башланғыс белем алдым, хеҙмәт юлымды башланым, кейәүгә сыҡтым. Хәләл ефетем Фаил Наил улы менән  өс ҡыҙыбыҙҙы оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙыҡ. Үҙем ете малай, ике ҡыҙыҡай  үҫкән  ишле ғаиләлә тыуҙым. Шуғалыр ҙа үҙҙебеҙ ҙә киләсәктә ҙур татыу ғаилә булдырыу хаҡында хыялландыҡ. Ата-әсәйебеҙ төп ҡиммәт —  хеҙмәт тәрбиәһе бирҙе. Олоно — оло, кесене кесе итергә лә эш өйрәтә, — тип яҙмышын байҡаны мөләйем апай.

Фәзилә ханым Стәрлетамаҡ сауҙа училещеһынан һуң, Өфөлә эш практикаһы үтә. Артабан Ләмәз хужалыҡ иҫәбе предприятиеһында  — һатыусы, көнкүреш йортонда  ҡабул итеүсе   булып эшләй.  1991 йылдан Ләмәз ауылындағы район ҡулланыусылар йәмғиәте магазинында  ауыл халҡын аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә.  Магазин яңы булмаһа ла таҙа, һәр нәмә үҙ урынында. Тауар ассортименты киң: йәнең теләгәнде һатып алырға мөмкин. Аҙыҡ-түлектән тыш, бында башҡа тормош кәрәк-яраҡтары ла етерлек. Ауыл кешеһе шулай инде: кәрәк әйберен һатып алып, тура ҡайтырға ашыҡмай, донъя яңылыҡтары тураһында һөйләшә, шатлыҡтары, көйөнөстәре менән уртаҡлаша.

— Элек тауар артынан үҙебеҙ йөрөнөк — буранмы, ямғырмы ҡарап торманыҡ. Бөгө эшләүе рәп-рәхәт. Заявка буйынса үҙҙәре килтереп, бушатып уҡ китәләр. Әйҙә, рәхәтләнеп эшлә генә. Шуныһы бар — бинаны йылытыу, йыйыштырыу ҙа һатыусы елкәһендә. Ауыл кешеһенә былар бер ҙә ауыр түгел бит. Утын өсөн аҡса бүленә, әҙерләүсеһен генә табыу нимә ул. Быйыл эште ҡалдырһам, урыныма кем килер икән, тип борсолам әле, — ти ул.

Ләмәзлеләр һатыусының эшенән ҡәнәғәт, уның тураһында гел яҡшы фекерҙә. Әйткәндәй, Фәзилә Исмәғзәм ҡыҙы РайПО-ла 30 йылдан артыҡ хеҙмәт итә. 2008 йылда “Ҡулланыусылар кооперацияһында намыҫлы хеҙмәте өсөн” билдәһе менән билдәләнгән.  Башпотребсоюздың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләүгә тәҡдим ителгән.

— Ғәҙәттә, күңелеңә оҡшаған эшкә ашығып бараһың. Һайлаған һөнәремә ғүмергә тоғро ҡала алыуым менән ғорурланам. Магазиндан арып ҡайтһам да, ниндәйҙер ҡәнәғәтлек, рәхәтлек кисерәм. Яңғыҙ кешегә шулай ваҡыт үткәреү ҡулай. Иремдең вафатына биш йыл тулып китте. Ҡыҙҙарымдың үҙ донъялары бар.

Буш ваҡытта ҡул эштәре менән булышам, шиғырҙар яҙам. Гармунда уйнарға өйрәнеп алдым, күңелем тулғанда — моңдар ағыҙам. Гөл-сәскәләр үҫтереү һәр хужабикәнең яратҡан шөғөлө. Эшемдән дә, тормошомдан да йәм табып йәшәйем. Ауылдаштарыма кәрәк булыу, уларға  ярҙам итеү, файҙалы эштәр башҡарыу минең өсөн мөһим, — тип тамамланы әңгәмәсем.

Һәр саҡ кешеләр мәнфәғәтенә тырышҡан, һоҡланғыс тормош көткән яҡташыбыҙ ҙур хөрмәткә лайыҡ.

Дилара Бәҙретдинова. Фото — ғаилә архивынан.

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас