Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
30 Июль 2025, 16:19

Алдынғылар иҫәбендә

“Ауыл ипотекалары” биреү буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында беренсе

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Беҙҙең ауыл ипотекаһы программаһы кредиттар һаны һәм бирелгән аҡса күләме буйынса илдә иң яҡшыһы булып сыҡты. Уны бер йыл элек ғәмәлгә индергәйнек, һөҙөмтә иң ҡыйыу күҙаллауҙарыбыҙҙы ла үтеп китте. Хәҙер беҙҙең бурыс — кешеләр унда уңайлы йәшәй һәм эшләй алһын өсөн был ауылдарҙа, ҡасабаларҙа инфраструктураны үҫтереү.

2020 йылдың ғинуарынан Башҡортостан халҡының ғаризаһы буйынса Росреестр “Ауыл ипотекаһын” файҙаланып, 5833 килешеү теркәгән. Башҡортостан Республикаһы был программа иң ҙур һорау менән файҙаланған илдең иң яҡшы төбәктәре исемлеген етәкләне. Шулай уҡ биш лидер иҫәбенә Удмурт Республикаһы, Омск өлкәһе, Татарстан Республикаһы һәм Ставрополь крайы инә.

— “Ауыл ипотекаһы” республика халҡында һорау менән файҙаланыуын дауам итә. Башлыса был дәүләт программаһы буйынса икенсел баҙарҙа күсемһеҙ милек һәм ер участкаһы менән торлаҡ йорттар, ә төҙөлөп ятҡандары һирәгерәк һатып алына. Беҙҙең ведомство дәүләт программалары буйынса ипотеканы теркәү процесын оптималләштереүгә айырыуса иғтибар бүлә, бындай килешеүҙәр ҡыҫҡартылған ваҡытта (24 сәғәттән артыҡ түгел) ҡарала. Бынан тыш, беҙ ғариза биреүселәргә һәр яҡлап консультация ярҙамы күрһәтәбеҙ, – тип һөйләне Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, был дәүләт программаһы буйынса төп заемсылар ҡала ситендә күсемһеҙ милек һатып алған ҡала халҡы булған һәм булып ҡала. Заемсыларҙы түбән процент ставкаһы, шулай уҡ ҡала ситендәге торлаҡтың дөйөм хаҡы түбән булыуы йәлеп итә. Башҡортостандың Росреестры мәғлүмәттәре буйынса, Иглин, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы райондарында “Ауыл ипотекаһын” файҙаланып, йыш ҡына торлаҡ һатып алына. Уларҙың барыһы ла программаға инә һәм үҙәккә яҡын урынлашҡан, транспорт һәм социаль инфраструктураһы бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ауыл ипотекаһы” “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһының төп сараларының береһе булып тора. Уның ярҙамында граждандар йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә, фатир һатып алыуға йылына 0,1-3 процентлы льготалы ставка менән кредит ала ала. 2025 йылдың 28 мартынан “Ауыл ипотекаһы” н алыу шарттары үҙгәрҙе. Хәҙер заемсылар ипотека килешеүе төҙөлгәндән алып биш  йыл дауамында агросәнғәт комплексы өлкәһендәге предприятиеларҙа, ауылдағы социаль өлкә учреждениеларында эшләргә, ауыл хужалығы тармағында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барырға тейеш.

— Был ярҙам сараһы ауылдарҙы һаҡлау, кешеләр тыуған төйәгендә ҡалып, уңайлы, заманса шарттар булған йорттар төҙөһөн өсөн булдырылған. Ошо дәүләт программаһы ярҙамында районыбыҙға йәш белгестәр ҡайтыр, тип ышанабыҙ, — тип үҙ фекерен белдерҙе райондың йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе Алевтина Тиунова.

Дәүләт финанслаған торлаҡ кредитлау программаһы ғәмәлдә булған осорҙа ил күләмендә бөтәһе 100 125 ауыл ипотекаһы теркәлгән. Был программа Волга буйы (34 631), Үҙәк (17 202) һәм Себер (16 270) федераль округтарында ҙур популярлыҡ яулаған.

Наталья Шаһиева,

Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы.

 

Автор: Физалия  Ганеева
Читайте нас