Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
4 Июль 2025, 10:28

Ҡурҡыу белмәҫ ил һаҡсыһы

Район хакимиәтенә ғәскәр часы командирынан яҡташыбыҙҙың хәрби ҡаҙаныштары тураһында хат килде

Ҡурҡыу белмәҫ ил һаҡсыһы
Ҡурҡыу белмәҫ ил һаҡсыһы

Район хакимиәтенә ғәскәр часы командирынан яҡташыбыҙҙың хәрби ҡаҙаныштары тураһында хат килде.

2024 йылдың 13 декабрендә Украинка тораҡ пункты эргәһендә сержант Жан штурмлау төркөмө составында дошманды ҡамап алыу буйынса хәрби бурысты үтәй. Төркөм составында алға китеп, дошмандың терәк пункттарын эҙмә-эҙлекле баҫып ала һәм таҙарта, уҡсылар ҡоралы һәм гранаталар менән оҫта эш итә.

Төп пункттарҙың береһен таҙартып, Жан йәшерен рәүештә дошман флангына яҡынлаша, иптәштәре менән дошман яғына ут тәьҫире яһау өсөн командалыҡ итә һәм  окоптарға табан шыуыша.  Һиҙҙермәй генә барып, ҡаршы яҡ һалдаттарына тап була. Көтөлмәгән граната ырғытыу  уларҙың уяулығын юғалтырға мәжбүр итә, боевиктар атыу ҡоралынан юҡ ителә.

Ентекле тикшергәндән һуң, яугир үҙенең штурмлау төркөмөнә ут нөктәһен юҡ итеүе тураһында хәбәр итә. Бөтәһе биш терәк пункт баҫып алына , бер хәрби  әсирлеккә алына, бөтә урман һыҙаты тулыһынса дошмандан азат ителә.

Беҙ Жанға Еңеүгә индергән шәхси өлөшө өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Яҡындары янына тере һәм сәләмәт ҡайтырға насип булһын!

Дилара Янбаева.

Фото — район хакимиәте сайтынан.

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас