Инйәр
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Июль 2025, 10:46

Хәрби бурысын лайыҡлы үтәй

Яҡташыбыҙ сержант Максим (позовныйы — Ермак) махсус хәрби операциала 2022 йылдың сентябренән хеҙмәт итә

Хәрби бурысын лайыҡлы үтәй
Хәрби бурысын лайыҡлы үтәй

Мотоуҡсылар взводының мотоуҡсылар бүлексәһе командиры яҡташыбыҙ сержант Максим (позовныйы — Ермак) махсус хәрби операциала 2022 йылдың сентябренән хеҙмәт итә. Махсус операция барышында Максим үҙен үҙ эшенең оҫтаһы итеп күрһәтә. Уҙған йылдың июлендә уның етәкселегендәге отделение Новоселовка-Первая тораҡ пунктынан төньяҡ-көнсығыштараҡ дошмандың терәк пункты йүнәлешендә алға сыға.

Күрһәтелгән урынға килеп еткәс, сержант Ермак БпЛа операторҙарынан разведка мәғлүмәттәрен алып, отделениеһына дошмандың терәк пунктына һөжүм итергә бойора. Грамоталы һәм оҫта командованиеһы арҡаһында отделение дошман оборонаһының беренсе һыҙығын баҫып ала. Бөтә линия буйынса һөжүм дошманды хужалыҡ ҡоролмалары йүнәлешенә сигенергә мәжбүр итә.

Штурм барышында Ермак етәкселеге аҫтында ҡаршы яҡтың ике терәк пункты һәм бер пулемет расчеты юҡ ителә. Подразделение хәрби бурысты үтәй, взвод составында оборонаны биләй һәм уны  һаҡлап ҡала.

Ҡыйыу, илһөйәр улдары менән һәр саҡ ғорурлана Ватаныбыҙ. Нәҡ шундай батыр ир-егеттәр районыбыҙҙан да Ватан һағына баҫып, бөгөн илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлай.

Дилара Янбаева.

Фото — район хакимиәте сайтынан.

Автор: Дилара Бадретдинова
Читайте нас